“Башҡортостан” дәүләт телерадиокомпанияһына ҡараған “Рәсәй” медиаүҙәгендә Яңы йыл байрамдарында һәм каникулдарында янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү мәсьәләһенә арналған матбуғат конференцияһы була. Төп доклад менән Башҡортостан хөкүмәте Вице-Премьеры Ирек Сәғитов сығыш яһай. Шулай уҡ министрлыҡ-ведомстволар башлыҡтары журналистар һорауҙарына яуап бирә.