Йылайыр районында мал ҡышлатыу уңышлы бара.
Уҙған йәй бер башҡа 34 центнер мал аҙығы әҙерләнгән. Был күләм тағы ла йыл ярымға етә. Әле хужалыҡтарҙа быҙау алыу башланған. Урал аръағы райондарында ҡар аҙ булыу сәбәпле ужым культураларына хәүеф янай, тигән мәғлүмәттәр булғайны. Йылайырҙа быйыл ҡар етәрлек яуған. Тимәк иртә культуралар юғалтыуһыҙ ҡышлар,тип фаразларға урын бар.