Рәсәйҙең ауыл хужалығы юғары уҡыу йорттары араһында спартакиада тамамланды

Тулыраҡ: Рәсәйҙең ауыл хужалығы юғары уҡыу йорттары араһында спартакиада тамамланды

Рәсәйҙең ауыл хужалығы юғары уҡыу йорттары араһында спартакиада тамамланды.

Өфөлә биш көн буйына дауам иткән ярышта илдең 25 төбәгенән дүрт йөҙҙән ашыу профессор-доценттар йыйылды. Уҡытыусылар белем биреүҙә иң яҡшыларҙы ғына түгел, ә физик яҡтанда иң көслөлөрҙе асыҡланы. Юғары уҡыу йорто ғалимдары әйтеүенсә үҙ өлгөһөндә генә йәштәрҙе тәрбиәләп була. Башҡортостанда икенсе тапҡыр уҙғарылған спартикиада бик ҡыҙыу үтте. Аҙна буйына дауам иткән ярышта мини-футбол, волейбол, йөҙөү, шахмат, өҫтәл теннисы һәм мылтыҡтан атыуҙа иң-иңдәрҙе билдәләнеләр. Профессорҙар һәм доценттар араһында 8-се тапҡыр уҙғарылған спартакиаданың төп кубогын Башҡорт дәүләт аграр университеты командаһы яуланы. Башҡортостан өсөн был ярыш беренсе тәжрибә түгел. Уҡытыусылар араһындағы ярыш быға тиклем дә Өфөлә уҙғарылғаны бар ине. Киләһе турнирҙың әлегә ҡайҙа үткәсәге билдәле түгел. Шулай ҙа, республика уҡытыусылары турнирға әҙерелекте бөгөндән башлай.