Ғинуар Башҡортостан өсөн етди һынауҙар айына әйләнде.
Бына бер-нисә йыл рәттән тап ғинуарҙа етди ғәҙәттән тыш хәлдәр теркәлә.Был юлы Белорет ҡалаһы иғтибар үҙәгендә. Күп фатирлы йорттарҙың береһендә шартлау яңғыраны. Һәләк булыусылар һәм йәрәхәтләнеүселәр бар. Был кадрҙар шарталуҙан һуң бер-нисә минут үткәс үк төшөрөлгән. Фатир хужаһының ремонт эшләгәне билдәле. Тәфтиш комитеты тикшерең башланы. Уның йомғаҡтары тиҙҙән иғлан ителергә тейеш. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 2011 йылдың ғинуарында Өфөләге “Европа” сауҙа үҙәгендә газ шартлап ике кешенең ғүмере өҙөлгәйне. 2012 йылдың ғинуарында Приютово ҡасабаһында сыҡҡан янғында биш кеше вафат булды. 2014 йылдың ғинуарында Яңауылда газ шартлап 5 кеше баҡыйлыҡҡа күскәйне. 2017 йыл Белорет ҡалаһы.