1 февралдән эшләмәгән пенсионерҙарҙың страховка пенсиялары 5,4 процентҡа арта

Тулыраҡ: 1 февралдән эшләмәгән пенсионерҙарҙың страховка пенсиялары 5,4 процентҡа арта

1 февралдән эшләмәгән пенсионерҙарҙың страховка пенсиялары 5,4 процентҡа арта.

Башҡортостанда 855 мең кешегә иртәгәнән түләүҙәр арта. Өҫтәүенә страховка пенсияһы менән бергә уға билдәләнгән түләү ҙә 5,4 процентҡа индексациялана. Рәсәй Пенсия фондының Башҡортостан буйынса идарасыһы Фоат Хантимеров белдереүенсә, пенсияны арттырылған күләмдә түләү өсөн ай һайын өҫтәмә 553 миллион һум аҡса талап ителә. Шулай итеп, февралдән Рәсәй Пенсия фонды страховка пенсияларының бөтә төрҙәрен: ҡартлыҡ, инвалидлыҡ буйынса, эшләмәгән пенсионерҙарға ҡараусыһыҙ ҡалған осраҡта 5,4 процентҡа арттырып түләүгә күсә. Эшләп йөрөгән пенсионерҙар хеҙмәт эшмәкәрлеген тамамлағандан һуң ғына арттырылған пенсия ала башлай. Һөҙөмтәлә быйыл февралдә республикала ҡартлыҡ буйынса страховка пенсияһының уртаса күләме 13 мең һумға етәсәк.