Дәүләкән районынан күп балалы әсә 4 улын махсус хәрби операцияға оҙатҡан. Өсәүһе 2022 йылда уҡ Донбасҡа юлланған, ә дүртенсеһе уҙған йылда контракт төҙөгән. Ә береһе яңыраҡ ялға ҡайтып, ғаиләһе менән Яңы йылды ҡаршылаған. Ошо хаҡта сираттағы репортаж.Наталья Валерий ҡыҙы һәр улының исемен атай. Тик хәҙер улар йышыраҡ позывнойға яуап бирә. Наталья биш ул үҫтергән, улар араһында игеҙәктәр ҙә бар. Ысын ир-егеттәр һәм Ватанды һаҡлаусылар үҫтергәне өсөн Әсәлек даны миҙалы менән бүләкләнгән. Ҡатын улдары менән ғорурлана, сөнки һәр береһе һәр ваҡыт ярҙамға килергә әҙер. Леший позывнойы ялған яугир өс йыл эсендә беренсе тапҡыр өйөнә ҡайтып, Яңы йылды яҡындары менән бергә ҡаршылаған. Ул ҡыҙын байрам менән ҡотлаған. “Леший” разведкала алыша һәм бер туған ағалары һәм ҡустылары менән осрашып тора. Береһе дрондарға ҡаршы көрәш батальонында, икәүһе техниканы ремонтлау подразделениеһында командирҙар булып хеҙмәт итә. Ағалы-ҡустылылар махсус хәрби операцияла ҡатнашһа, өлкән улы әсәһенә ярҙам итә. Владимир аҙна һайын тыуған йортона ҡайтып, эш менән булыша, һүҙ менән дә әсәһенең күңелен йыуата. Наталья Валерий ҡыҙы улдары менән телефон аша аралашып тора. Бер тапҡыр хатта яндарына барып ҡайтҡан. Ҡатын көн дә малайҙары өсөн доғалар уҡый. Ә улар батырлыҡтарын иҫбатлаған миҙал һәм наградаларын әсәһенә ебәрә.
Герой-әсә
Герой-әсә