Тыуған яҡ сәләме

Тыуған яҡ сәләме

Өфөнән сираттағы гуманитар ылау Донбасҡа барып етте. Башҡортостан хәрбиҙәренә адреслы ярҙам Миңлеғәле Шайморатов исемендәге ирекмәндәр штабы, дәүләт органдары, Дүртөйлө, Тәтешле, Шишмә райондары, шулай уҡ йәмәғәт ойошмалары һәм вайымһыҙ граждандар тарафынан тупланған. Йөк составына төҙөлөш материалдары, ҡышҡы маскировка селтәрҙе, транспорт саралары, мобиль мунсалар һәм башҡа әйберҙәр тейәлгән. Был хаҡта тулыраҡ махсус хәрби операция биләмәһенән хәбәрсебеҙ Айнур Кәбиров әҙерләгән репортажда. ¤Өйҙән яҙылған хаттар, күстәнәстәр, тәү сиратта, таратыла. Яугирҙар уларҙы түҙемһеҙләнеп көтөп ала. Ни тиһәң дә, шәхси посылкалар, тыуған яҡ сәләме күңелде йылыта, өҫтәмә көс бирә, ти улар. Йөк машинаһынан төшөү менән мотоциклдар хәрби техникаға әйләнә. Яугирҙар уларҙы тиҙ арала алғы һыҙыҡҡа үтеп инеп һөжүм итеү өсөн ҡуллана. Шуға ла ниндәй генә техника ла бында тиҙ эшлектән сыға. Әммә ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә лә улар алға барыу өсөн үҙ өлөшөн индереп өлгөрә. Маскировкалау селтәрҙәре, генераторҙар, бензин бысҡылары, көнкүреш кәрәк-яраҡтары, төҙөлөш материалдары — былар барыһы ла яугирҙарға алға барыу өсөн тәү кәрәк әйберҙәр. Тыуған яҡтан килгән утын да егеттәргә нығыраҡ йылытҡандай тойола. Әйткәндәй, алғы һыҙыҡта яғыр ағас табыуы ауыр. Башҡортостан махсус хәрби операция биләмәһенә оҙатылған гуманитар ярҙам күләме буйынса илдә алдынғы төбәктәрҙең береһе. Бында республикала йәшәүсе һәр кемдең өлөшө. Яу ҡырына ла уларҙы район башлыҡтары үҙҙәре оҙатып бара. Был юлы ылауҙы Шишмә, Ауырғазы һәм Асҡын райондары туплаған.Гуманитар ярҙам яугирҙарҙың ихтыяжы буйынса туплана. Иң көтөп алынғаны һис шикһеҙ пилотһыҙ осоу аппараттары. Яҡташтарыбыҙ был юлы ла Өфөлә етештерелгән фпв дрондар алып ҡыуанды. Ә бына яуап итеп егеттәр үҙҙәре бәреп төшөрөлгән Украина дрондарын тапшырҙы. Трофейҙар хәҙер хәүөф тыуҙырмай, улар ни бары республика музейҙарында экспонат булып торасаҡ.