26 декабрҙән алып унда 165 меңдән ашыу кеше булған. Араларында Өфө халҡы һәм балалары ғына түгел, республика район ҡалаларынан, хатта сит илдән килеүселәр бар. Әйткәндәй, бөгөн Рәсәй халҡы иҫкесә Яңы йылды ҡаршылай. Был Юлиан һәм Григориан календарҙары араһындағы айырма арҡаһында килеп сыға. Ваҡыт үтеү менән иҫке йылъяҙмала хаталар күренә башлай, шуға күрә Рим императоры Юлий Цезарь уға төҙәтмәләр индерә, айырма 13 көн була. Оҙаҡламай күпселек дәүләттәр реформаланған календарь буйынса йәшәй башлай. Яңы стилгә Рәсәй иң һуңғыларҙан булып 1918 йылда күсә, әммә халыҡ өйрәнелгәнсә Яңы йылды элекке ваҡыт буйынса ла билдәләүен дауам итә.






