Ғафуриҙәге “Имәндәр” балалар лагерына Рәсәй геройы Андрей Мигунов исеме бирелә

Ғафуриҙәге “Имәндәр” балалар лагерына Рәсәй геройы Андрей Мигунов исеме бирелә

Ошо турала Хөкүмәттең оператив ултырышында Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров белдерҙе. Кәңәшмәлә ҡаралған мәсьәләләр тураһында хәбәрсебеҙ Ғәлимйән Ибәтуллин яҙмаһында. Башҡортостан Хөкүмәтенең яңы йылдағы тәүге кәңәшмәһендәге төп һорауҙар тураһында айырым әйтергә кәрәк. Республика башлығы Радий Хәбиров Министрҙар кабинеты алдында яңы маҡсаттар ҡуя. Мәҫәлән, Кушнаренколағы ауыл хужалығы техникумын яңыртыу, Өфөлә кардиоүҙәк асыу. Һуңғыһына килгәндә, клиника март айында эш башларға тейеш. Һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә бәйле яңылыҡтар бының менән тамамланмай. Республикала коронавирус йоҡтороусолар кәмемәй. Тәүлек эсендә йәнә 77 пациентта ошо ауырыу өлгөләре табылған. Ғөмүмән, Раштыуа каникулдары Башҡортостанда сағыштырмаса имен үткән. Авария, янғындарҙа һәләк булыусылар былтырғы һандар менән сағыштырғанда байтаҡҡа булмаһа ла, кәмерәк. Шулай ҙа, халыҡты борсоған һорауҙар юҡ түгел.Республикалағы балалар сәләмәтлек үҙәктәренең береһе – Ғафуриҙәге “Имәндәр” лагерын үҙгәрештәр көтә. Комплексҡа Рәсәй геройы Андрей Мигунов исеме бирелә. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров билдәләүенсә, “Имәндәр” һауыҡтырыу үҙәге менән бергә Красноусолдағы башҡа обьекттарҙа иғтибарҙа булырға тейеш.Быйылғы йыл Башҡортостанда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар, уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам йылы тип иғлан ителгәйне. Ошо йәһәттән республикала быға тиклем дә 40-тан ашыу пункттан торған айырым программа булды. Хәҙер Хөкүмәт ошо исемлекте киңәйтеү юлдарын эҙләй. Мәҫәлән, хәрбиҙәрҙе уҡытыу, уларға яңы һөнәр алыуҙа булышлыҡ күрһәтеү. Дөйөм эшкә башҡарма власть органдарын ғына түгел, ә бизнесты йәлеп итергә кәрәк, тигән фекерҙә министр Ленара Иванова.Башҡортостан бөгөн импортты алыштырыусы тауарҙар етештереү мөмкинлеген барлап, сәнәғәт кластерҙарын төҙөй. Хөкүмәт рәйесе урынбаҫары Александр Шельдяев билдәләүенсә, улар кейем-һалым ғына түгел, ә юғары технологияға нигеҙләнгән ҡорамалдар ҙа сығара ала. Башҡортостан мәҙәниәт өлкәһе хеҙмәткәрҙәренә ярҙам итеүҙе ситтә ҡалдырмай. Региональ һәм федераль программалар сиктәрендә, йыл аҙағында тағы 30 белгескә ҙур суммалар бүленгән. Радий Хәбиров мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһе алдында торған тағы бер нисә мәсьәләне атай. Исемлектә Өфө дәүләт циркы һәм Рус академия дәүләт драма театры бар.Ғинуарҙа Радий Хәбиров ҡатнашлығында тағы бер-нисә ултырыш көтөлә. Уларҙың береһе Красноусол шифаханаһын киңәйтеүгә бәйле булһа, икенсе кәңәшмә берәҙәк эттәргә ҡағылышлы. Радий Хәбиров ай аҙағында Баймаҡҡа ла барасаҡ. Райондың Урғаҙа ауылында мәҙәниәт йорто файҙаланыуға тапшырыла.