Махсус хәрби операциянан яраланып ҡайтҡан яугир тимер эшкәртеү цехы асып ебәргән. Ул быға тиклем дә тимер эше менән ҡыҙыҡһынған һәм хәҙер етдирәк тотонорға булған. Иргә кемдәр ярҙам иткән һәм нисек эш башлағаны хаҡында киләһе репортаж.Күҙ ҡурҡа, ә ҡул эшләй. Дәүләкән ҡалаһында йәшәүсе Сергей Семенов тимер бөгөү эше менән күптән булыша. Был һөнәр ҡандан күсә килә, тип билдәләй ветеран.Һөнәре буйынса Сергей — тракторсы. Быға тиклем яратҡан шөғөлө менән булышып оҫтаханала буш ваҡытын үткәргән. Махсус хәрби операция башланыу менән Донбасҡа юллана. Был осорҙа ҡатынына ауырға тура килә.Яуҙарҙың береһендә Сергей аяғын юғалта һәм төшөнкөлөккә бирелә. Был ҡатмарлы ваҡытты уҙғарып ебәрергә яҡындарының иғтибары һәм һөйөүе ярҙам итә. Ир кем һәм нимә өсөн йәшәгәнен яҡшы аңлай.Ветеран билдәләүенсә, хөкүмәт ҙур ярҙам күрһәтә. Мәҫәлән, “Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фонды филиалы яугирҙың өйөн мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн яраҡлаштырған.Шулай итеп Сергейҙың өйөндә яңы ишектәр ҡуйыла, йорт йыһаздары, робот саң һурҙырғыс, аш-һыу бүлмәһе кәрәк-яраҡтары алына. Бынан тыш компьютер ҡуйыла. Быға тиклем сүкеш тотҡан ветеран хәҙер яңы технологияларҙы үҙләштерә башлайым, тип шаярта.Сергей Семенов йортон йүнәтеп сығырға һәм тимер шөғөлөн дауам итергә уйлай. Быға тиклем был эш менән күңел өсөн генә булышҡан. Ә хәҙер яратҡан эшенә әүерелгән. Яңыраҡ ветеран ҡапҡаһын тимерҙән эшләп ҡуйған. Хәҙер яңы ҡапҡа ҡунаҡтарҙы ҡаршы ала.Тиҙҙән Сергей цехын киңәйтергә һәм эшселәр алырға уйлай. “Ауырлыҡтар булыуға ҡарамаҫтан уларҙы еңеп сығырға була. Сөнки, дәүләт ярҙам күрһәтә, яҡындар ҙа төрлө кәңәштәр биреп тора”, — тип иҫәпләй оҫта.
Яугир тимер эшкәртеү цехы асып ебәргән
Яугир тимер эшкәртеү цехы асып ебәргән