Башҡортостанда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзаларын ярҙам сараларының тағы ла киңәйтелеүе ихтимал. Һәр хәлдә республика Хөкүмәтендә ошо мәсьәлә ҡарала. Мәҫәлән, хәрбиҙәрҙе уҡытыу, уларға яңы һөнәр алыуҙа булышлыҡ күрһәтеү. Дөйөм эшкә башҡарма власть органдарын ғына түгел, ә бизнесты йәлеп итергә кәрәк, тигән фекерҙә хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 2025 йыл Башҡортостанда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар, уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам йылы тип иғлан ителгән
Ярҙам саралары арта
Ярҙам саралары арта