Ҡаланың халыҡ ижады йортонда тамашасыларға «Уэлькаль» спектакле тәҡдим ителде. Ҡуйыусы режиссеры Илсур Ҡаҙаҡбаев, ә рәссам-сценографы "Башҡортостан"дәүләт телерадиокомпанияһы хеҙмәткәре Даян Теүәлев. Теманы Сәлимә Исламова дауам итә. Чукотканың легендар « Аляска-Себер » тарассаһы тураһында хәрби тарих менән ҡыҙыҡһыныусылар беләлер. Икенсе донъя һуғышында ошо һауа юлы буйлап Ленд-лиз килешеүе буйынса Америка самалеттарын СССР-ға ҡыуғандар. Ярымутрауға 4 йыл эсендә 8 меңгә яҡын осоу аппараты килтерелә. Фашистик Германияны һәм милитарист Японияны еңеүҙә авиатрассаның өлөшө ҙур була. Шуға күрә лә, оҙаҡ йылдар уның тураһында күп факттар йәшерен һаҡлана. Сценарий яҙғанда авторҙар булған хәлдәргә таянып бөтә материалды ҡулланған, тине спектаклдең ҡуйыусы режиссеры Илсур Ҡаҙаҡбаев. Ваҡиғалар ярымутрауҙа урынлашҡан ҙур булмаған Уэлькаль ҡасабаһында бара. Сценарий нигеҙендә — осоусы Андрей Серов һәм Анука исемле ҡыҙҙың мөхәббәт тарихы ята. Эскимос ҡыҙының һөйөүе йәш егетте авиаһәләкәттән аралай. Актриса Нина Рындина өсөн иң ҡатмарлыһы –онотолоп барған эскимос телендә йырҙар һәм милли бейеү башҡарыу була. Музыкаль спектакль мөхәббәт тураһында ғына түгел, алыҫ төньяҡта йәшәүсе халыҡтарҙың дуҫлығы хаҡында ла. Постановкала бер юлы ике төрлө ижади коллектив — Олег Куваев исемендәге драма театры труппаһы һәм Эргырон чукот-эскимос дәүләт академия ансамбле артистары ҡатнаша. Тамашасыларҙы спектаклдә һүрәтләнгән ваҡытҡа алып ҡайтыу өсөн актерҙар архивтарҙы өйрәнә, музейҙарға йөрөй, тарихи документаль фильмдарҙы ҡарай, чукотканың халыҡ ижады хикәйәләренә таяна. Ҡуйыусы рәссам булып коллегабыҙ Даян Теүәев сығыш яһаны. Уның компаниялағы көндәлек эше- яңылыҡтар хеҙмәте өсөн инфографика эшләү, тапшырыуҙарҙың дизайнын һәм медиахолдингтың художестволы биҙәлешен тәьмин итеү.Чукот драма театрында Даян Теүәлев костюмдарҙың эскиздарын төшөрә һәм дөйөм спектаклдең биҙәлешен өсөн яуап бирә. «Уэлькаль» спектакле театр репертуарында даими булырмы — юҡмы-әлегә билдәһеҙ. Үтә ҡатмарлы постановка, Ә Эргырон ансамбленең үҙ концерт графигы бар. Әммә уларҙың дөйөм ижад тәжрибәһе артистарға ла, тамашасыларға ла хуш килде.
Анадырь сәхнәһендә – премьера
Анадырь сәхнәһендә – премьера