«Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре» программаһы киңәйтелә

«Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре» программаһы киңәйтелә

Башҡортостанда федераль бюджет иҫәбенә «Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре» программаһы киңәйтелә. Был ауылға тағы ла 74 белгесте йәлеп итергә мөмкинлек бирергә тейеш. «Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре» федераль программаһын әҙерләгәндә Башҡортостан тәжрибәһе иғтибарға алынған. Беҙҙең республикала бындай программа 2021 йылдан ғәмәлгә ашырыла. 2021-2022 йылдарҙа Башҡортостан ауылдарында һәм бәләкәй ҡалаларында эшләгән мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре 500 мең һум аҡсаға дәғүә итһә, 2023 йылдан сумма 1 миллион һумға тиклем арттырылды. Программа эшләгән осорҙа был маҡсатҡа 105 миллион һум бүленгән. Йәмғеһе 150 белгес түләү алған, улар араһында 75 мәҙәни-ял итеү учреждениеһы хеҙмәткәре, 63 балалар сәнғәт мәктәбе уҡытыусыһы, 4 китапхана хеҙмәткәре, 8 музей белгесе бар.