Өфө хосписында тәрбиәләнеүселәргә бүләктәр тапшырҙы

Өфө хосписында тәрбиәләнеүселәргә бүләктәр тапшырҙы

Радий Хәбиров Өфө хосписында тәрбиәләнеүселәрҙе Иҫке Яңы йыл менән тәбрикләне һәм бүләктәр тапшырҙы. Медицина учреждениеһына ҡаралған балалар һәм ололар өсөн Ҡыш бабай, Ҡарһылыу һәм башҡа әкиәт геройҙары ҡатнашлығында күркәм байрам ойошторолдо. Тулыраҡ хәбәрселәребеҙ әҙерләгән сюжетта. Әйтерһең, сир балаларҙы һаулығынан ғына түгел, йәшенән дә мәхрүм итә. Тәү ҡарашҡа Софьяға ни бары 3 йәш, ысынында, ҡыҙ 8-ҙен тултырған. Ҡышҡы каникулдарҙы хосписта үткәреү мөмкинлеге барлығын белгәс, атаһы Александр бик шатлана. Бында беҙ ҡыҙыбыҙ менән яңғыҙ түгел икәнебеҙҙе аңлайбыҙ, ти ир. Өфө хосписы тәрбиәләнеүселәре бөтә байрамдарҙы татыу, бер ғаилә булып ҡаршылай. Был юлы Иҫке Яңы йыл менән ҡотлап Башҡорт дәүләт филармонияһы артистары ла килгәйне. Тап Иҫке Яңы йыл төнөндә һәммәһен байрам менән ҡотларға Радий Хәбиров һәм уның тормош иптәше Каринэ Хабированың килеүе хәҙер инде матур йолаға әүерелгән. Радий Хәбиров хоспис бинаһын ҡараны, медицина хеҙмәткәрҙәре һәм унда тәрбиәләнеүселәр менән аралашты. Күптәргә палаталарына инеп әңгәмәләште. Ғәҙәттә, Яйы йыл байрамдарында был медицина учреждениеһы тотош пациенттар менән тула. Байрам саралары артта ҡалды, әммә Яңы йыл биҙәлешен бер кем дә алырға ашыҡмай. Был биләмәлә байрам кәйефе әле оҙаҡ һаҡланасаҡ. Бөтә тырышлыҡ иң йәш тәрбиәләнеүселәр өсөн. Сир былай ҙа уларҙы күп нәмәнән мәхрүм иткән, иң мөһиме мөғжизәгә ышаныу юғалмаһын, ти хоспис хеҙмәткәрҙәре.