Ҡамсат бүрек кейеп, ҡурай тартып

Ҡамсат бүрек кейеп, ҡурай тартып

Махсус хәрби операциялағы яҡташтарыбыҙҙың бер төркөмөнә Шайморатов, Жуков һәм Ҡаһарманлыҡ өсөн миҙалдары тапшырылды. Башҡортостан мотоуҡсылар полкы артиллеристары тураһында Луганск халыҡ республикаһынан Айнур Кәбиров репортажы. Иртә таңдан дошман позицияларында һауа торошо боҙолоп тора. "Град" реактив системаһы нацистар өҫтөнә ҡурғаш яуҙыра. Төҙ һәм ҡеүәтле залптан ҡасып ҡотолорлоҡ түгел. Яугирҙар башҡа хәрби подразделениеларға алға барыу өсөн юл аса. Уларҙың барыһы ла артиллеристар түгел. Хәрби хеҙмәтте башҡа ғәскәри көстәрҙә үтһәләр ҙә реактив система, көбәкле орудиеларҙан атыу оҫталығын тиҙ үҙләштергән. "Рәхим" ҡушаматлы яугир мәҫәлән армелә разведкала хеҙмәт иткән. Хәҙер ул бар төр артиллерия ҡоралы менән эш итергә өйрәнгән. Был оҫталығы өсөн ул наградалар менән билдәләнде.Хәҙерге заманда ҡораллы бәрелештәр һөҙөмтәһе артиллерия эшенә бәйле. Ә был дуэлдә әле иҫәп яҡташтарыбыҙ файҙаһына. Командование егеттәрҙең эшен юғары баһалай.Шайморатов һәм Жуков миҙалдары менән "Башҡортостан" мотоуҡсылар полкының Мөғин Нағаев исемендәге гаубица артиллерия дивизионы яугирҙары ла бүләкләнде. Яҡташтарыбыҙ Ҡыҙыл Лиман йүнәлешендә дошман нығытмаларын һәм техникаһын тар-мар итә."Гамбит" ҡушаматлы яугир артиллерист һөнәрен хәрби училищела уҡ үҙләштергән. Хәрби хеҙмәтен тамамлап пенсияға сығыуына ҡарамаҫтан, офицер тәүге көндәрҙә үк контракт төҙөгән.Интервьюны дошман дрондары өҙә. Егеттәр үҙ позицияларын бер нисек тә асырға тейеш түгел.Һауа таҙарғас егеттәр йәнә сафтарға теҙелә. Сөнки яҡташтарыбыҙҙы шөрләтерлек түгел. Улар ҡуйған бурысты аҙағынаса һәм теүәл үтәргә күнеккән.