Журналистарҙы бүләкләү тантанаһы үтте

Журналистарҙы бүләкләү тантанаһы үтте

Рәсәй матбуғаты көнө уңайынан баш ҡалала журналистарҙы бүләкләү тантанаһы үтте. Ҙур уңыш ҡаҙанған журналистар һәм ошо өлкә хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде. Бүләкләнеүселәр араһында беҙҙең хеҙмәттәштәребеҙ, милли тапшырыуҙар бүлеге етәксеһе Рәмзит Абуляев, телевидение һәм радиотапшырыуҙар алып барыусыһы Надежда Марьина ла бар. Улар Рәсәй журналистар Союзының почет грамотаһы менән бүләкләнде.