Бөйөк Еңеүгә 80 йыл

Бөйөк Еңеүгә 80 йыл

Бөйөк Ватан һуғышында еңеүҙең 80 йыллығы алдынан “ Бөйөк Еңеүгә 80 йыл” тигән телеграмм канал асылды. Был турала үҙ сәхифәһендә республика башлығы Радий Хәбиров хәбәр итте. Унда, әлбиттә, тарихи материалдар, геройҙар тураһында ҡыҙыҡлы факттар менән танышырға мөмкин. Телеграмм каналға Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығын билдәләү сиктәрендә ойоштороласаҡ саралар тураһындағы мәғлүмәт тә ҡуйыласаҡ. Юбилейҙы билдәләү буйынса Башҡортостанда эшлекле төркөм булдырыла. Республика ил азатлығы өсөн көрәшкә 700 меңгә яҡын ул һәм ҡыҙҙарын оҙата. Күрһәткән батырлыҡтары өсөн республиканан 278 яугир Советар Союзы геройы, ә 35 кеше Дан орденының тулы кавалеры исеменә лайыҡ була.