Фронтта ҡорал тотоп ҡына түгел

Фронтта ҡорал тотоп ҡына түгел

"Башҡортостан" мотоуҡсылар полкында яугирҙар 3 д принтерҙа дрондар өсөн снарядтар һәм гранаталар ырғытыу ҡулайламалары баҫтыра. Пластиктан яһалған шартлатҡыстар ҙа шулай уҡ ҡеүәтле, ә иң мөһиме еңел, ти улар. Инженерҙар уларҙы үҙҙәре үк уйлап сығара һәм модернизациялай. Оҫталарҙың эше тураһында ентекләберәк Айнур Кәбиров репортажы. ¤Инженерҙарға пилотһыҙ осоу аппараттары операторҙарынан сираттағы заказ. Алғы һыҙыҡтағы яугирҙарға дошман блиндаждарын тар-мар итеүгә фугастар кәрәк. Әммә снарядтар минометтан атыу түгел, ә дрондарға беркетеп осороу өсөн. Шуға күрә уларҙың еңел булыуы шарт. Инженерҙар 3 д принтерҙа төрлө снарядтарҙың теүәл күсермәһен эшләй. Пластиктан яһалған припастарҙы үҙҙәре үк шартлатҡыстар менән тултыра һәм нацистар яғына осора. 3 д принтерҙа аталлы- уллы "Скрипач" һәм "Макс" ҡушаматлы яугирҙар эшләй. Улар икеһе лә фронтҡа үҙ теләктәре менән килгән. Тәүҙә мобилизацияны көтөп тормай улы контракт төҙөһә, бер ай ҙа үтмәй, уның артынан атаһы килә. "Скрипач" "Башҡортостан" мотоуҡсылар полкының гаубица артиллерия дивизионында хеҙмәт итә. Контракт тамамланғас инде өйҙә ятып түҙә алмай ирекмән булараҡ кире килә. Был юлы ул үҙе менән принтерҙарын алып тыныс тормоштағы шөғөлөн фронт файҙаһына бағышларға ҡарар итә. Улы "Макс" та тәүҙә пехотаның хәрби машинаһы наводчигы була. Сираттағы заданиела яраланғас ул атаһы янына күсә. Атаһынан күргән уҡ юнған тигәндәй "Скрипач"тың ейәне лә әрмелә хеҙмәт иткәнендә үк контракт төҙөп ҡуйған. Хәҙер улар тотош ғаилә менән фронтҡа ярҙам итә. Ваҡыт ҡына етеңкерәмәй, ти яугирҙар. Сөнки бер снарядты баҫтырыу өсөн генә лә ун сәғәт тирәһе талап ителә. Шуға күрә ер аҫтындағы оҫтахана тәүлек әйләнәһенә тиерлек эшләй.