Федоровка районында ”Матурлыҡ” акцияһы

Федоровка районында ”Матурлыҡ” акцияһы

Федоровка районы ирекмәндәре ойошмаһы етәксеһе махсус хәрби операция яугирҙәренең әсәләре һәм ҡатындары өсөн ”Матурлыҡ” акцияһы ойошторҙо. Уларға парикмахер һәм визажистар ярҙамында профессиональ фотосессия үтккәрелде. Фотоһүрәттәр әсәләр һәм ватанды һаҡлаусы геройҙар күргәҙмәһе өсөн эшләнә.Тулыраҡ киләһе сюжетта ҡарағыҙ. Гөлзада Ғөбәйҙуллина махсус хәрби операцияла һәләк булған берҙән-бер улы Русландың фотоһын ҡулына тотоп, уның хәрби формаһында фотоға төшә. Әсә кеше күҙ йәштәрен йәшерә алмай. 27 йәшлек егетте “Тямай” ҡушаматы менән йөрөтәләр. Улым Фирдус Тямаевтың ижадын бик яратты ти әсәһе, хатта хәрби операциянан отпускаға ҡайтҡан ваҡытта ла яратҡан йырсыһының концертын барып ҡарай торғайны тип иҫләй Гөлзада Ғөбәйҙуллина. Русланды һуңғы юлға оҙатырға Фирдус Тямаев үҙе килгән. Русланға батырҙарса һәләк булғаны өсөн Генерал Шайморатов ордены тапшырыла. Гөлзада Ғөбәйҙуллинанан башҡа махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан башҡа һалдаттарҙың әсәләре һәм ҡатындары ла Матурлыҡ акцияһында ҡатнашты.Федоровка районының ирекмәндәр ойошмаһы матурлыҡ акцияһы сиктәрендә ҡатындарға визажист, парикмахер ярҙамында бушлай фотосессия ойошторҙо. Был фотолар ватанды һаҡлаусы геройҙар һәм әсәләр күргәҙмәһенә ҡуйыласаҡ. Фотосессияла ҡатнашҡан һалдат әсәләре һәм ҡатындары өсөн был акция байрамға әйләнде. Матурлыҡ акцияһында ҡатнашҡан әсәләр башҡа ирекмәндәрҙең дә уға ҡушылыуын теләй.