Республика Хөкүмәте киләсәккә маҡсаттар билдәләне

Республика Хөкүмәте киләсәккә маҡсаттар билдәләне

Республика Хөкүмәте быйылғы тәүге ултырышында киләсәккә маҡсаттар билдәләне. Мөһим һәм тәүмаҡсат-Башҡортостан халҡының сәләмәтлеген һаҡлау һәм етеш тормошта йәшәүен тәьмин итеү.Яңы ғәмәлгә ашырыла башлаған “Ғаилә” милли проекты аша репродуктив һаулыҡты һаҡлауға ҙур иғтибар биреләсәк. Сәләмәтлек һаҡлауҙың тәүсел өлөшөн яңыртыу дауам итәсәк-яңы поликлиникалар һәм фельдшер-акушер пункттары барлыҡҡа киләсәк. Өҫтөнлөклө йүнәлештәр араһында шулай уҡ сәнәғәттең тотороҡло үҫешен тәьмин итеү, инновацион тауарҙар етештереүҙе арттырыу. Аграр өлкәлә, инвестиция сәйәсәте өлкәһендә лә ҡырҡа алға китеш көтөлә. 3 миллион квадрат метр торлаҡ төҙөү ҡарала. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙы һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам йылында яугирҙарыбыҙҙы шифаханаларҙа дауалау өсөн генә 100 миллион һум аҡса бүленә. Был 2 мең 500 кешегә реабилитация үтергә мөмкинлек бирәсәк.