Башҡортостан юлдарында үлем осраҡтарына бәйле статистика мәғлүмәттәре иғлан ителде. Транспорт министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, 2020 йылда республика башлығы Радий Хәбировтың талабынан һуң юлдарҙа үлем осраҡтары ҡырҡа кәмегән. 2018 йыл менән сағыштырғанда ул 151 осраҡҡа аҙайған. Федераль һәм республика юлдарында хәл яҡшы яҡҡа үҙгәрһә, урындағы трассаларҙа эштәр шәптән түгел. Башбаштаҡлыҡ, яуапһыҙлыҡ-үлемесле осраҡтарҙың төп сәбәптәре бына ошолар. Юлдарҙы ремонтлау, кәртәләр, юл билдәләре һыҙыу, камералар ҡуйыу үлемесле аварияларҙы иҫкәртеүҙә иң һөҙөмтәле ысулдар тип табылған. Былтыр ғына Башҡортостанда 20 меңгә яҡын юл билдәһе, 278 саҡырымда юл буйы кәртәләре, 86 светофор, 308 саҡырымда яҡтылыҡ ҡоролмалары ҡуйылған. Министрлыҡ быйыл да был йәһәттән эштәр дауам итәсәк, тип ышандыра.