Һуңғы йылдарҙа Ишембай әүҙем үҫешә

Һуңғы йылдарҙа Ишембай әүҙем үҫешә

Ҡалала күркәм парк, скверҙар барлыҡҡа килде. Нефть табыусылар майҙаны төҙөкләндерелде. “Алға” иҡтисад биләмәһе район һәм ҡала иҡтисадына тос өлөш индерә. “Башнефть” компанияһы ла социаль өлкә үҫешенә баһалап бөткөһөҙ ярҙам итә. “Роснефть” һәм Башҡортостан араһындағы килешеүгә ярашлы, Ишембай ҡалаһы һәм районының социаль өлкәһен үҫтереү буйынса күләмле эш алып барыла. Хәбәрсебеҙ Гүзәл Ишкининаның махсус репортажын ҡарағыҙ.Ишембайҙа бер йыл эсендә генә иҡтисад, төҙөлөш, мәҙәниәт, сәнғәт, һаулыҡ һаҡлау, спорт өлкәләрендә һиҙелерлек алға китеш күҙәтелә. Тәү сиратта, берҙәмлек. Ябай халыҡ, етәкселәр, эшҡыуарҙар барыһы ла берҙәмләшеп мобилизацияланған ир-егеттәргә ярҙам ҡулы һуҙҙы. Ишембай үҙәк дауаханаһының күҙ микрохирургияһы бүлексәһе эше тураһында бар республика халҡы белә, сөнки бында төрлө тарафтарҙан ауырыуҙар ҡабул ителә. Уға 26 йыл инде офтальмолог Дилә Арыҫланова етәкселек итә. Бүлек 2020-се йылды заманса ҡоролмалар менән йыһазландырылған бинаға күсә. Ошо ваҡыттан алып 7 меңдән артыҡ ауырыу яңынан күреү һәләтнә эйә булған, 6 мең 500-ҙән артыҡ төрлө ҡатмалыҡта операциялар эшләнгән. 2024-се йылда ғына ла 1 мең 390 кеше ҡайтанан күреү һәләтенә эйә була. Үҙ эшен һәйбәт белгән табиптар, шәфҡәт туташтары эшләй бында. Ишембай үҙәк дауаханаһының күҙ микрохирургия бүлексәһенә офтальмологик лазер системаһы ҡайтарылған. Бындай ҡоролма әлегә Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми тикшеренеү институтында ғына бар. Ҡала көндән көн матурлана: социаль объекттар төҙөлә, ремонтлана. Ишембайҙа нефетселәр көнө алдынан Матросов исемендәге парк һәм башҡорт нефтен асыусылар исемен йөрөткән ҡала майҙаны ла яңыртылды. Паркта төрлө йәштәгеләр өсөн ял итеү зоналары бар: спорт майҙансығы, сКЕЙТ майҙансыҡ, балалар өсөн уңайлы уйын майҙансыҡтары ла ҡаралған. Шул уҡ ваҡытта Ишембай ҡалаһы тарихы менән бәйле урындар ҙа булдырылған. Бында концерттар өсөн сәхнә лә ҡуйылған. Проект эҙмә-эҙлекле төҙөлгән, ата-әсәләр өсөн дә, балалар өсөн дә бик уңайлы. „Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу„ федераль программаһы ярҙамында Александр Матросов исемендәге парк ҡалҡҡан. Ял итеү урыны ғына түгел, ә ҡаланың йөҙөн күрһәтеп тороусы объектҡа әйләнде ул.

Ишембайҙа бай тәбиғәт ресурстары, һөнәри белгестәр, әҙер транспорт инфраструктураһы менән тәъмин ителгән ҡеүәтле сәнәғәт комплексы булдырылған. Ишембайҙағы Алға айырым иҡтисади һыҙат биләмәһендә „Zаспорт„ фабрикаһы төҙөлгән. 4 меңдән ашыу квадрат метр биләгән етештереү корпусы төҙөлөшөнә 400 миллион һум һалынған. 2023-сө йылдың майында ғына етештереүҙе башлап ебәргән фабрикала Япония, Ҡытай, Корея кеүек алдынға фирмаларҙың тиҫтәләгән яңы заманса техникаһы бар. Динамо, Зенит, Ырымбур командалары өсөн волейбол формалары, төрлө компаниялар өсөн фитнес коллекциялар һәм ВАҠЛАП һатыу магазиндары өсөн тауарҙар, фабрика спорт командаларын, федерацияларҙы һәм корпорацияларҙы кейендерә. ЗАСПОРТ хәҙер илдә иң яҡшы йыһазландырылған фабрикаларҙың береһе булып һанала. ЗАСПОРТ олимпия уйындарында ҡатнашыусы, Рәсәй йыйылма командаһы өсөн махсус рәүештә кейем тегеүсе берҙән-бер фабрика. Бында әлегә 300-гә яҡын кеше өсөн эш урындары булдырылған. Ә фабриканың проект ҡеүәте йылына 560 мең берәмек продукция сығарырға мөмкинлек бирә. Был күрһәткескә яҡын-арала өлгәшеү планлаштырыла.

Бер кем дә, бер нимә лә онотолмай. Быйыл Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығы билдәләнәсәк. Яҡты тормош, аяҡ күк йөҙө өсөн үҙ йәндәрен, көстәрен йәлләмәгән һуғыш һәм тыл ветерандары, һуғыш йылдары балалары хөрмәтенә асылған обелиск, һәйкәлдәр һәр ауылда яңыртыла. Гранит таштарға Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған, һуғыштан иҫән ҡайтҡан яҡташтарҙың исемдәре теркәлгән. Һәйкәл алғы яҡтан мәрмәр таш менән уратып алынған. Шулай уҡ тыл хеҙмәтсәндәренә һәм һуғыш осоро балаларына арналған таҡтаташ ҡуйылған. Ишембай һәләтле балаларға бай. Өфөлә үткән конкурста ҡаланың 1-се гимназияһы уҡыусыһы Илнур Дауытов Гран-при яуланы. Ул ата-әсәһе менән Ишембайға Учалы районынан күсеп килгән. Ишембай халҡы ҡыйынлыҡтарға бирешмәй үҙ алдына яңы маҡсаттар, пландар ҡуйып яңы 2025-се йылды лайыҡлы ҡаршы алды. “Башнефть” компанияһы ярҙамында һыу селтәрҙәре яңыртыла, ҡалала һәм ауылдарҙа яҡтылыҡ ҡуйыла, автомобиль юлдары һалына. Ишембай “Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы” стелаһы ҡаланың иң матур урынында ҡуйыласаҡ. Республика башлығы был йәһәттән халыҡ менән кәңәшләшергә вәғәҙәләне.