Ошо айҡанлы төбәк башлығы ҡатнашлығында тантаналы сара үтте.Прокуратура органдары Ватанға хеҙмәт итеү миссияһын юғары кимәлдә һәм лайыҡлы үтәй. Һеҙ закон өҫтөнлөгөн яҡлайһығыҙ, дәүләттең һәм йәмғиәттең хоҡуҡи нигеҙҙәрен нығытаһығыҙ, тине республика башлығы үҙ сығышында. Радий Хәбиров республика прокуратураһы хеҙмәткәрҙәрен һәм ветерандарын һөнәри байрамдары менән ҡотланы һәм дәүләт наградалары тапшырҙы. «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалына Бөтә Рәсәй прокуратура ветерандары һәм пенсионерҙары йәмәғәт ойошмаһының төбәк бүлексәһе ағзалары Наилә Хөрмәт ҡыҙы Абдрахманова, Рәйес Барый улы Мөхәрәмов һәм Борис Михайлович Соков лайыҡ булды. Ведомство наградаларын республика прокуроры Игорь Пантюшин тапшырҙы.2024 йылда Күҙәтеү органына 120 меңдән ашыу мөрәжәғәт килгән, уларҙың һәр ҡайһыһы буйынса прокуратура хеҙмәткәрҙәре тарафынан боҙолған хоҡуҡтарҙы һәм ғәҙеллекте тергеҙеү буйынса саралар күрелгән.
Прокуратура хеҙмәткәрҙәре үҙҙәренең һөнәри байрамын билдәләне
Прокуратура хеҙмәткәрҙәре үҙҙәренең һөнәри байрамын билдәләне