Хәрбиҙәр өсөн кейемдәр

Хәрбиҙәр өсөн кейемдәр

Башҡортостандың еңел сәнәғәт предприятиелары махсус хәрби операция биләмәһенә яугирҙар өсөн форма, шул иҫәптән махсус кейем һәм хәрби экипировка оҙата. Һуңғы тапҡыр компаниялар танкистар өсөн тәғәйенләнгән комбинезон етештергән, ул бер-нисә секунд 1 мең 200 градуслыҡ ялҡындан һаҡлай. Был махсус кейем кешеләр ғүмерҙәрен ҡотҡара. Закир Шәрипов репортажы. Был туҡыма кәмендә 15 секунд янмай. Ул ике ҡаттан тора, тышындағыһы танк экипажын асыҡ уттан, ә эстәгеһе термик яныуҙан һаҡлай. Сөнки, юғары температурала машина эсендә ултырған хәрбиҙәр иҫен юғалтыуы мөмкин. Был иһә алғы һыҙыҡта алышҡан яугирҙар өсөн бик мөһим. Компания тулы этаплы трикотаж әйберҙәр етештереү менән шөғөлләнә. Йәғни, предприятие кейемдәрҙең дизайнын эшләй, туҡымаһын етештерә һәм тегеп, һатыуға сығара. Тимәк, улар тауарҙың сифаты өсөн яуап бирә. Бында хәрбиҙәр өсөн бирсәткә, ойоҡбаш һәм балаклавалар ҙа тегәләр.Бер компания утта янмай торған туҡыма етештерһә, икенсе ойошма унан комбинезон тегә башлаған. Шулай итеп, ике компания берләшеп танк экипажы өсөн махсус кейем уйлап сығарған. Ул яу шарттарында тиҙ туҙып һәм йыртылып бармай, ә иң мөһиме танкттан етеҙ сығарыу өсөн ҡулайлама эшләп ҡуйғандар.Ике компания бушлай “Башҡортостан” мотоуҡсылар полкына 18 ошондай комбинезон ебәргән, ә бөтәһе 700 комплект. Улар махсус хәрби операция биләмәһендә һынау үтә һәм хәрбиҙәрҙең яҡшы баһаһын алған.Тегеү компанияһы беҙҙең хәрбиҙәрҙе йәйге һәм ҡышҡы кейем менән тәьмин итә. Яҙлы-көҙлө кейә торғандары, баш-аяҡ кейемдәре, экипировка ла бар. Миҙгелгә ҡарап уларҙың төҫөн һайлап алырға мөмкин. Ойошма дизайнерҙары бөтә кейемдәрен яугирҙарҙың теләктәре буйынса камиллаштырып бара. Ошондай хәрби кейем һәм экипировка менән Шайморатов, Доставалов исемендәге батальондар, “Башҡортостан” мотоуҡсылар полкы яугирҙары тулыһынса бушлай тәьмин ителгән. Был хәрби джемпер һәм салбар үҙенсәлекле Рәсәй туҡымаһынан тегелгән. Ул йылы һәм тын ала. Тәүҙә форма менән Рәсәйҙең Сүриәләге махсус тәғәйенләнештәге отрядтары тәьмин ителгән, шунан һуң 10 тапҡыр камиллаштырылған. Ә хәҙер Башҡортостан полкы яугирҙары кейә. Махсус кейем тегеү компанияһы Донбасҡа даими гуманитар ылау оҙатып тора. 2022 йылдан алып 300 миллион һумлыҡ ярҙам күрһәткән. Яңыраҡ ойошма яңы төҫ менән эшләй башлаған. Өфөләге тағы бер тегеү компанияһы хәрбиҙәр өсөн аптечка һауыттары, төрлө рюкзактар, автомат магазиндары, гранаталар һалыу өсөн кеҫәләр, сумкалар, тоҡтар – барыһы 20 төр тауар етештерә. Был компания ла махсус хәрби операция башланыу менән продукция исемлеген киңәйтеп, еңеү өсөн эшләй.Республиканың сәнәғәт предприятиелары Башҡортостан подразделениеларына даими ярҙам итә. Еңел сәнәғәт компаниялары ла ҙур өлөш индерә. Мәҫәлән, бер ойошма ғына 5 меңдән ашыу кеше өсөн хәрби форма, баш һәм аяҡ кейеме, экипировка тегеп биргән. Уларға дәүләт яғынан ярҙам күрһәтелә.Барыһы ла еңеү өсөн! Халҡыбыҙҙа күмәкләгән яу ҡайтарған тигән мәҡәл бар. Башҡортостан предприятиелары ғына түгел, республика йәмәғәт ойошмалары, ябай халыҡ, студенттар һәм уҡыусылар барыһы ла яугирҙарыбыҙға ярҙам итә.