Нацист символикаһын күрһәткән өсөн яза

Нацист символикаһын күрһәткән өсөн яза

Дәүләт Думаһының Дәүләт төҙөлөшө һәм ҡануниәт буйынса комитеты нацист символикаһын күрһәткән өсөн язаны күҙ уңында тотҡан яңы законды хупланы. Парламент палатаһына беренсе уҡыуҙа нацист атрибутикаһын йәки символикаһын пропагандалаған йә иһә халыҡ алдында күрһәткән өсөн мотлаҡ эштәрҙе күҙ уңында тотҡан башланғысты ҡабул итергә тигән тәҡдим индерелде. Хәҙер был статья граждандарға 2 мең һумға тиклем штраф һалыуҙы йәки 15 тәүлеккә тиклем административ ҡулға алыуҙы күҙ уңында тота. Нацист атрибутикаһын йәки символикаһын һатыу йә иһә пропагандалау маҡсатында әҙерләгән, һатҡан өсөн граждандарға конфискация менән 2 мең 500 һумға тиклем штраф янай. Әгәр закон ҡабул ителһә, 100 сәғәткә тиклем мәжбүри эш тә ҡаралған.