Аҙналыҡ эштәргә йомғаҡ

Аҙналыҡ эштәргә йомғаҡ

Башҡортостанда етем балаларҙы торлаҡ менән тәьмин итеүҙә ҙур өлөштө прокуратура органдары индерә. Ведомство граждандарҙың ғаризаларын һәм талаптарын ғәмәлгә ашырыуҙа айырым булышлыҡ күрһәтә. Ошо турала бөгөн Радий Хәбиров белдерҙе. Ғинуарҙа Башҡорт Дәүләт Аграр Университетын үҫтереү юлдарына арналған һөйләшеү көтөлә. Хөкүмәттәге оператив кәңәшмә һәм унда тикшерелгән һорауҙар тураһында хәбәрсебеҙ Ғәлимйән Ибәтуллин. Башҡортостан махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яҡташтарыбыҙға һәр саҡта ярҙам күрһәтәсәк. Яугирҙәр – республика өсөн иң әһәмиәтле кешеләр. Ошо турала Радий Хәбиров оператив кәңәшмәлә белдерҙе. Радий Хәбиров Указы менән махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы Василий Алалыкин һәм Радик Кәримов “Генерал Шайморатов” ордены менән бүләкләнде. Башҡортостан һәр саҡта ил менән бергә. Ишембайға “Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы” исеме бирелеү ошоға асыҡ миҫал. Әйткәндәй, ҡаланың яңы статусы республика кимәлендә билдәләнәсәк. Ҡалалары ғына түгел, ә ауылдарына ла иғтибарын арттыра Башҡортостан. Бәләкәй биләмәләрҙе төҙөкләндереү, яңы урамдар, юлдар һалыу, газ менән һыу торбаларын уҙғарыу ҙур суммалар талап итә. Былтыр ошо йәһәттән миллиардтарса һум бүленгән. Нуриман, мәҫәлән, 7 программала ҡатнашһа, Борайҙа 5 проект бойомға ашырылған. Вице-премьер Илшат Фазрахманов әйтеүенсә, хәҙер ауыл ерендә эш урындарын булдырыуға айырым талап. Вакансияларҙың күбеһе аграр секторға ҡағылышлы. Ауыл ипотекаһы ла һөҙөмтәһен бирмәй ҡалмай, ти экспеттар. Тиҙҙән Шишмәлә Еремеево аграр ауылы буласаҡ. Райондар махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы граждандарҙың ер бүлмдәре тураһында ғаризаһын ыңғай хәл итә. Яугирҙәрҙең сәләмәтлеген нығытыу көн үҙәгендә. Хөкүмәт рәйесе урынбаҫары Наталья Полянская һүҙҙәренә ҡарағанда, хәрбиҙәр хәҙер Башҡортостандың шифаханаларында һаулығын нығыта аласаҡ. Ғинуарҙа ғына ошондай 121 ғариза тапшырылған. Юлламалар биреү генә түгел, ә һалдаттарҙы дауалауҙа профиль йүнәлештәр. Радий Хәбиров ошо мәсьәләне лә күҙ уңынан ысҡындырмаҫҡа саҡыра. Хөкүмәттәге ултырышта ҡаралған йәнә бер мәсьәлә йәмәғәтселек өсөн әһәмиәтле. Башҡортостада етем балаларҙы торлаҡ менән тәьмин итеүҙәге һуңғы һандарҙы атаны. Республиканың төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы Артем Ковшов һүҙҙәренә ҡарағанда, аҙаҡҡы 5 йылда ошо категорияға ҡараған 5 мең 165 гражданға, ниһәйәт фатирҙары һәм өйҙәренән асҡыстар бирелгән. Кәңәшмәлә шулай уҡ оператив һандар ҙа аталды. Улар һаулыҡ һаҡлау, юл-транспорт фажиғәләре, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһенә ҡағылышлы ине.