Эйәләштергәнһең икән, тимәк яуаплыһың

Эйәләштергәнһең икән, тимәк яуаплыһың

Башҡортостанда йорт хайуандарын аҫырауға ҡағылышлы өҫтәмә талаптар раҫланды. Республика хөкүмәте ҡарары-хайуандарҙы ҡаты мөғәлләмәнән аралаһа, граждандарҙы сәләмәтлеккә зыян килтереүҙән һәм йәмәғәт тәртибен боҙоуҙан һаҡларға тейеш. Республика парламентында ҡарарға асыҡлыҡ индереү буйынса брифинг үтте. Тулыраҡ Сәлимә Исламова әҙерләгән яҙмала.Рәсми документта яҙылған өҫтәлмә талаптарға ярашлы — бесәй, эттәрҙе һәм башҡа йорт хайуандарын бинаның дөйөм ҡулланыштағы майҙандарында тотоу тыйыла. Һүҙ подъезд, балкон, лоджия, йорт ҡыйыҡтары һәм ихаталар тураһында бара. Федераль ҡануниәткә таянып индерелгән өҫтәлмә талаптар йорт хайуандарын да хужаларын да, хатта күршеләрен дә яҡлай. Хайуандарҙы йәлләп фатирҙарында 50-ләп ташланған бесәй йыйған, 30-лап эт тотҡан кешеләр, уларҙың күршеләре менән килеп сыҡҡан ыҙғыштары тураһында сюжеттар йыш төшөрәбеҙ. Әммә ҡабул ителгән Хөкүмәт ҡарары иң беренсе ошо берәҙәк эттәрҙе булдырмауға йүнәлтелгән. Беҙ йәмғиәттә яуаплы ҡараш тәрбиәләүҙе тәү шарт итеп билдәләргә тейешбеҙ, тинеләр брифингта ҡатнашыусылар. Хөкүмәт ҡарарына ярашлы фатирҙағы һәр 18 квадрат метрға — бер эт, йәки ике бәләкәй эт һәм бесәй аҫрарға ярай. Һәр 200 квадрат метр баҡса биләмәһенә бер ҙур эт йәки өс ваҡ эттән артыҡ йорт хайуны тоторға рөхсәт ителмәй. Бындай талаптар республикала 2025 йылдың 9 ғинуарынан ғәмәлдә. Был яңылыҡты йәмәғәтселек интернет селтәрҙәрендә әүҙем тикшерҙе.Уйындағы кеүек йәшәйешебеҙ ҙә ҡағиҙәләр буйынса ҡоролған. Дәүләт ҡарары ла тәртип урынлаштырыу йәһәтенән ҡабул ителгән. Ул йорт хайуандарын ғына яҡлап ҡалмай, иң беренсе кешеләрҙең мәнфәғәтен ҡайғырта. Ҡарар өҫтөндә әле эшләйәсәкбеҙ, тине депутаттар. Киләсәктә хужаһыҙ ҡалған йорт хайундары өсөн дәүләт приюттары төҙөү, хәйриә эше менән шөғөлләнеүселәргә гранттар бүлеү мәсьәләләре тикшереләсәк. Әммә иң беренсе — һәр хужа үҙ хайуаны алдында — эйәләштергәнмен икән, тимәк яуаплымын – тигән бурысты тойорға тейеш.