“Путин” түләүҙәре

“Путин” түләүҙәре

Башҡортостанда Бөйөк Еңеү көнөнөң 80 йыллығы алдынан алты меңдән ашыу ветеран “Путин” түләүҙәрен аласаҡ. Был турала республиканың хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан хәбәр иттеләр. Бер тапҡыр бирелә торған түләүҙе ветерандар апрель-май айҙарында аласаҡ. Шулай уҡ Бөйөк Еңеү байрамы уңайынан уларға юбилей миҙалдары ла тапшырыласаҡ. Башҡортостанда әле Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан 120, шул осорҙа бәлиғ булмай тороп концлагерҙа тотолған 44 кеше, алты меңдән ашыу тыл хеҙмәткәре йәшәй. Быға тиклем Рәсәй президенты Владимир Путин Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына йәки уларҙың тол ҡалған ҡатындарына бер бер тапҡыр бирелә торған түләү тураһындағы указға ҡул ҡуйғайны. 80 мең һумды һуғыш инвалидтары, ветерандары, Бөйөк Ватан һуғышында, Финляндия, Япония менән һуғышта һәләк булған хәрбиҙәрҙең тол ҡатындары аласаҡ. Шул осорҙа бәлиғ булмаған концлагерь тотҡондары, гетто һәм башҡа ошондай урындар тотҡондарына ла ошо уҡ күләмдә аҡса түләнәсәк. Указда әйтелеүенсә, шул осорҙа 18 йәштән өлкән булған конлагерь, гетто, төрмә тотҡондарына, 1941 йылдың 22 июненән 1945 йылдың 9-сы майына тиклем тылда кәм тигәндә алты ай эшләгән Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына, һуғыш осоронда фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн Советтар Союзы ордендары һәм миҙалдары менән бүләкләнеүселәргә 55 мең һум түләнәсәк.