Донбасста тыуған яҡ киҫәге

Донбасста тыуған яҡ киҫәге

"Башҡортостан" мотоуҡсылар полкының ремонт ротаһы үҙ ашханаһын тотош бер музейға әйләндергән. Хәҙер һалдаттар бында туҡланыу өсөн генә түгел, рухи аҙыҡ алыу өсөн дә йөрөй. Ашхана-музейҙы беҙҙең хәрби хәбәрселәр ҙә барып күрҙе. Луганск халыҡ республикаһынан Айнур Кәбиров репортажы. ¤Балалар үлән сәйҙәре, тәмлекәстәр оҙатһа, өлкәндәр ысын мәғәнәһендә ирҙәр ризығы. Бөгөн мәҫәлән яугирҙар мышы итенән аш менән һыйлана. Махсус хәрби операция биләмәһенә уны Белорет районы һунарсылары ебәргән. Ашнаҡсылар шулай туҡланыу рационын төрләндереп тора. Хатта милли аш-һыу өлгөләре менән дә һыйлай. Баш ашнаҡсының ярҙамсылары ағалы-энеле "Рик" һәм "Огонек" ҡушаматлы яугирҙар. Улар урындағы подразделениенан тыш алғы һыҙыҡтағы полкташтарын да йылы аштар менән тәьмин итә. Хәрби ашнаҡсы һәр ваҡыт туҡ, мейес янында йылыла ғына тормай, ти яҡташтарыбыҙ. "Башҡортостан" полкының был ашханаһын тотош фронтта яҡшы беләләр. Тамаҡ ялғарға ингән яугирҙар бында рухи аҙыҡ та алып сыға. Ә инде башҡа төбәк һалдаттары Башҡортостан менән яҡынданыраҡ таныша ала. Ашхана республика оҫталары теккән ҡорамалар, балалар рәсемдәре, һалдаттарға яҙған хаттары , милли сәнғәт өлгөләре менән биҙәлгән. Яугигҙар бөгөн төшкө аш мәлен һуҙырға мәжбүр булды. Һауала дошман разведкаһы дрондары оса һәм һөжүм хәүефе иғлан ителде. Ер аҫтындағы ашхана-музейҙа хәүефһеҙ, тыуған яҡ атмосфераһы ла күңелде йылыта. Тик ашнаҡсылар өсөн генә хәүефле сигналдар бер ни түгел. Уларға яугирҙарға киске ашты өлгөртөргә кәрәк. Сөнки ас һалдат-яман һалдат икәнен улар яҡшы белә.