Республиканың баш ҡалаһында боҙ ҡаласыҡтарын һүтә башланылар

Республиканың баш ҡалаһында боҙ ҡаласыҡтарын һүтә башланылар

Быйыл был эштәр ғәҙәттәгенән бер ай алдараҡ башланды. Шул уҡ ваҡытта ҡалала байрам иллюминацияһы ла алына. Был эштәрҙең барыһы ла ошо аҙна эсендә тамамланасаҡ, тип белдерәләр ҡала комуналь хеҙмәттәрендә. Тулыраҡ Гөлфиә Мәҡсүтова сюжетында.Боҙ һындарын һүтеү, моғайын, эште тамамлауҙың иң күңелһеҙ, әммә кәрәкле өлөшөлөр. Ҡаланың төрлө майҙансыҡтарында коммуналь хеҙмәткәрҙәр боҙ композицияларын һәм сағыу яҡтылыҡ иллюминацияларын һүтеү эштәрен башланы.Яңы йыл ҡаласыҡтары, ысын мәғәнәһендә, ҡала халҡын йәлеп итеү үҙәгенә, ғаилә менән күңелле ял итеү һәм онотолмаҫлыҡ фотолар эшләү урынына әйләнә. Әммә быйыл был матурлыҡ менән һоҡланыу мөмкинселеге үткән йылдағыларға ҡарағанда тиҙерәк тамамаланды.Боҙ ҡаласыктарын иртэ һүтеү, быйылғы кыштың йылы булыуы менэн бәйле, ҡар әүҙем ирей башлаһа, конструкциялар ҡала халҡы өсөн хэүефле булыуы ихтимал.Шул сәбәпле Өфө райондары башлыҡтары боҙ ҡаласыҡтарының ябылыуы тураһында хәбәр итте һәм ҡала халҡын мөмкин тиклем һаҡ булырға саҡырҙы.Өфөләге майҙансыҡтарҙа боҙ ҡаласыҡтарын һүтеү бер нисә көн эсендә тамамланасаҡ. Өфөнөң ҡайһы бер райондарында әлегә шыршыларҙы ҡалдырырға, иллюминацияны һүндермәҫкә ҡарар ителгән.