Ҡара генерал

Ҡара генерал

Өфөлә Бөйөк Ватан һуғышының легендар батыры, совет партизаны һәм разведчик Даян Мурзинды иҫкә алдылар. Ватан һаҡсыһына 104 йыл тулыу айҡанлы уның һәйкәленә сәскәләр һалынды. Бөйок ватан һуғышы осоронда дошмандарҙы ҡурҡытып тотҡан “Ҡара генерал” яҙмышы тураһында Альбина Зәйнетдинова сюжеты. Грузин Юрий, Юрий Васильевич, йә ҡурҡыу белмәгән Ҡара генерал. Бөйөк Ватан һуғышының легендар батыры, совет партизаны һәм разведчик Даян Мурзин тураһында белмәгән кеше юҡтыр. Әммә геройҙың ысын исеме Даян Фәтхелбаян улы Бикмурзин икәне һәр-береһенә лә мәғлүм түгел. Ватан һаҡсыһы сағыу, иҫтәлекле ваҡиғаларға бай оҙон ғүмер кисергән. Бала сағынан уҡытыусы булырға хыялланған.1939 йылда Фин һуғышы башлағас, 17-һе лә тулмаған егет фронтҡа оҙатыуҙы һорап хәрби комиссариатҡа бара. Ул йәш сағынан үҙен ҡурҡыу белмәгән герой итеп таныта. 1941-45 йылдарҙа немец фашист ғәскәрҙәренең тәрән тылында, партизандар сафында ҡаһармандарса көрәшә. Чехословакияла партизан хәрәкәтен етәкләй. Мурзин етәкселегендәге 5000 яугирҙан торған интернационал партизан отряды дошман ғәскәрҙәрен ҡурҡыуҙа тота. Яугир Гитлерҙың шәхси дошманына әйләнә. Уның башы 2 млн немец маркаһы менән баһалана. Фашистар Мурзинға Ҡара генерал тигән исем бирә.Һуғыштан һуң Даян Баян улы 20 йыл БАССР-ҙың прокуратура органдарында, шул иҫәптән Дүртөйлө районы прокуроры ярҙамсыһы булып эшләгән. Республиканың эске эштәр министры урынбаҫары вазифаһын биләгән. Башҡорт адвокаттар коллегияһын етәкләгән.Ошо көндәрҙә Бөйөк Ватан һуғышының легендар батырына 104 йыл тулған булыр ине. Совет партизанын иҫкә алып йыл һайын саралар ойошторола. Был юлы ла уның һәйкәле янына сәскәләр һалырға тип Даян Баян улының берҙән-бер ейәнсәре Альбина Мурзина һәм Башҡортостандың баш прокуроры Игорь Пантюшин етәкселегендә республика прокуратураһы хеҙмәткәрҙәре килгәйне. Бөйөк Ватан һуғышы геройы 86 орден һәм миҙалға лайыҡ була. Даян Баян улының ейәнсәре Альбина Мурзина олатайым тыуған илде яратырға, һаҡларға өйрәтте, ти. Геройҙың яҡындары ғына түгел, барлыҡ республика халҡы өсөн был легендар шәхес илһөйәрлек һәм батырлыҡ өлгөһө булып ҡала.