Был уҡыу комплексы – ауыл өсөн бик кәрәкле объект, йорттар төҙөлгән һайын уҡыусылар һаны ла арта. Әле бинаның 65 проценты төҙөлгән, электр, инженер селтәрҙәре үткәрелгән. Тулыраҡ Гүзәл Батыраева сюжетында. Өфө районындағы иң ҙур мәктәптәрҙең береһе Шмидт ауылында төҙөлә. Уҡыу йорто 640 уҡыусыға һәм мәктәпкәсә йәштәге 160 балаға тәғәйенләнгән. Ошо уҡ бинала балалар баҡсаһы ла урынлаша. 3 ҡатлы мәктәп бер-нисә секцияға бүленгән. Ҙур, яҡты кластарҙан тыш, иркен спорт һәм теннис залы ла ҡаралған. Икенсе ҡатында –актовый зал урын аласаҡ. Лаборатория, информатика, музыка дәрестәре өсөн кабинеттар бар.Белем усағын төҙөү 2023-сө йылдың июлендә башланып бөгөнгә эштәр 65 процентҡа башҡарылған. Был Шмидт ауылы халҡы өсөн генә түгел, бөтә Өфө районы өсөн дә мөһим ваҡиға.Шмидт ауылындағы уҡыу йорто һәм балалар баҡсаһы „Заманса мәктәп„ федераль проекты сиктәрендә, дәүләт һәм шәхси инвистициялар йәлеп итеү ярҙамында төҙөлә.Генераль подрядсы әйтеүенсә, балалар өсөн белем биреү усаҡтарын төҙөү иң яуаплы һәм ҡатмарлы эш. Ҡар иреп, һауа температураһы күтәрелгәс, урамдағы эштәр башлана. Мәктәп янында ҙур стадион, тренажерҙар ҡуйыу, бәләкәй класс уҡыусылары өсөн махсус майҙансыҡтар төҙөү ҙә ҡаралған.Әле фасад эштәре алып барыла.... Быйыл көҙ был иркен, заманса йыһазландырылған мәктәп уҡыусыларҙы ҡабул итәсәк.....
Өфө районының Шмидт ауылында быйыл яңы мәктәп үҙ ишектәрен аса
Өфө районының Шмидт ауылында быйыл яңы мәктәп үҙ ишектәрен аса