Орджоникидзе районы судында үткән ултырыш тыныс ҡына үтте, тип әйтеп булмай. Ғәйепләүҙәр, янауҙар-яҡтар завод биләмәһендәге биналарҙы бүлешә алмай. Был видеояҙма Өфөнөң сәнәғәт райондарының береһендә төшөрөлә. Атыш тауыштары, тәҙрәләрҙе ватыу һәм ишектәрҙе емереү хәрби хәрәкәттәрҙе хәтерләтә. Ошондай юл менән предприятие етәкселәре үҙ-ара көслөнө асыҡларға тырыша. Улар завод биләмәһендәге биналарҙы бүлешә алмай. Бәрелештә ике яҡтан да шәхси һаҡ хеҙмәте ҡатнаша. Завод өсөн бәхәс бер-нисә йыл элек башлана. Техника өсөн май етештереүсе ойошма бөлгөнлөккә төшә. Өфөнән һәм Мәскәүҙән бер-нисә эшҡыуар заводты тергеҙергә теләп инвестиция бүлергә ҡарар итә. Әммә, элекке милекселәр менән борсаҡ бешмәй сыға. Низағта ҡатнашыусылар пневматик мылтыҡ, газ пистолеты һәм көрәк һаптарын ҡуллана. Ҡораллы бәрелештә күп кеше йәрәхәтләнә. Ошолай дауам итһә улар бер-береһен үлтереп тә бөтөр ине. “Шәп егеттәрҙе” махсус тәғәйенләнештәге полиция отряды ғына тынысландыра. Йыл ярым ваҡыт үткәс был хәл Өфөнөң Орджоникидзе районы судында тикшерелде. Уның ҡарары буйынса, ҡораллы бәрелештә ҡатнашҡандарҙың барыһы ла аҡланды. Ә бына заводтың элекке етәксеһе 2 йылға шартлы рәүештә хөкөм ителде. Сөнки, ул финанс мутлашыуҙарҙа ғәйепләнде.Суд ҡарары менән заводтың хәҙерге хужалары лә риза түгел. Улар фекеренсә, фемида йомшаҡ ҡарар сығарҙы. Шулай итеп, был эшкә нөктә ҡуйылмай әле. Яҡтар артабан юғары инстанцияларға мөрәжәғәт итергә йыйына. Беҙ был хәлде күҙәтеп барасаҡбыҙ.
Өфөлә ҡораллы бәрелештә ҡатнашыусыларға ҡарата хөкөм ҡарары иғлан ителде
Тулыраҡ: Өфөлә ҡораллы бәрелештә ҡатнашыусыларға ҡарата хөкөм ҡарары иғлан ителде