Рәсәй Хөкүмәте пенсия йәшен күтәреү тураһында ҡарар ҡабул итте

Тулыраҡ: Рәсәй Хөкүмәте пенсия йәшен күтәреү тураһында ҡарар ҡабул итте

Әлегә ошо туралағы закондың айырым положениелары тикшерелә. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, закон авторҙары ҡатын-ҡыҙҙарға 63, ирҙәргә 65 йәки барыһы өсөн дә 63 йәштән пенсияға сығырға тәҡдим итә. Хөкүмәттең социаль мәсьәләләр өсөн яуаплы төркөмө бының менән риза түгел һәм ирҙәр 65, ә ҡатын-ҡыҙҙар 60 йәштәр хаҡлы ялға китергә тейеш, тип белдерә. Ҡыҙыу бәхәстәр 2018 йылға тиклем дауам итер, тип көтөлә. Рәсәйҙә әле ирҙәрҙең ғүмер оҙонлоғо 66 йәш. Ҡатындар 11 йылға күберәк йәшәй.