Дәүләт Думаһы балаларға тәмәке һәм составында никотин булған продукция, уның ҡулайламалар йәки етештереү өсөн сеймал һатҡан өсөн яуаплылыҡты арттырған закон ҡабул итте. Граждандарға штраф 60 мең һумдан 300 мең һумғаса, вазифа биләгәндәргә — 300 мең һумдан 700 мең һумғаса, ойошмаларға — 600 меңдән 2 миллион һумғаса артты. Дәүләт Думаһында билдәләүҙәренсә, былтыр уҙғарылған тикшереүҙәр ваҡытында никотинлы продукцияның 43 проценты маркировка талаптарын үтәмәйенсә һатылыуы асыҡланған. Шулай уҡ башҡа етешһеҙлектәр ҙә теркәлгән, шул иҫәптән белем биреү учреждениелары янында һатыу. Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында 6,5 мең самаһы протокол төҙөлгән.
Штрафтар арта
Штрафтар арта






