Ижади труппа ойошторолоуға 92 йыл. Быуатҡа яҡын дәүерҙә коллектив Рәсәй, хатта халыҡ-ара кимәлдә танылыу яулауға өлгәште. Иң ауыр мәлдәр, хатта Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында ла үҙ эшен, тамашасыларға хеҙмәт итеүен туҡтатмаған коллективтың киләсәккә маҡсаттары ла билдәле. Салауат башҡорт дәүләт драма театры үҙенең 100 йыллығына әҙерлекте башлай. Театр һәм уның ижади пландары тураһында ижади төркөмөбөҙ әҙерләгән махсус яҙма. Тәгәрмәс өҫтөндәге ғаилә театры. Салауат башҡорт дәүләт драма театрына ошондай үҙенсәлекле һәм яҡын исем биреп була. Үҙ юлын, бынан 93 йыл элек Ауырғазы районына башлаған ижади труппа бөгөн Башҡортостан сәнғәтендә үҙ урынын, үҙ туҡталҡаһын тапҡан. Туҡталҡаһы – республиканың индустрия үҙәге булған Салауат ҡалаһы. Легендалар уйнаған легендар театр. Рим Әминов, Миндулла Иҙрисов, Рафаэль Сәлихов, Гөлнур Йәнбирҙина, Гөлшат Зиязетдинова, Миниса һәм Филарит Бакировтар. Был исемлектәге һәр бер шәхес үҙе йондоҙ, театраль планета. Салауат театрының һәр сығышы – тамашасыны тәрбиәләү, йәмғиәтте, тимәк кешелекте изгелеккә саҡырып, донъяны миһырбанлыҡ менән солғау. Ижади коллективтың маҡсаты ысынбарлыҡ менән тап килә. Бөгөнгө репертуарҙағы тиҫтәләгән спектаклдәр халыҡ менән залды тултырыуға ғына ҡайтып ҡалмай. Тәрән мәғәнәле, тормошсан һәм халыҡ фекеренә тура килгән сәхнә әҫәрҙәре республикалағы иң оло театрҙарҙың береһенең девизы. Ҡасандыр Ҡытай, Төркиәне хайран иткән Салауат театры артистары бөгөн ҡайтанан Рәсәй сәхнәһен яулай. Ил субьекттарындағы бихисап фестивалдәрҙең еңеүсеһе тип танылған ижади коллектив үҙенең “тәгәрмәс өҫтөндәге театр” булыуынан оялмай. Тик уның тәгәрмәстәре бөгөн замана менән бергә, дөрөҫөрәге унан да тиҙерәк алға тәгәрәй. Һәр ғаиләнең үҙ өлкәндәре булған кеүек, Салауат театрының да үҙ олатаһы, оләсәһе бар. Ололар кескәйҙәрҙе ҡурсауға алып, үҙ ҡанаты аҫтына һыйындыра белеүе Салауат театрының бер ғаилә булыуына, бында осраҡлыларҙың булмауына миҫал.Сәхнә кейемдәре генә түгел, ә ярланған күңелгә йылы юрған, йыртылған йөрәктең пәрҙәһен тегә, йүнәтә алырлыҡ бөгөн Салауат театры. Улар ҡорама менән шөғөлләнмәй, ямау ҙа һала белмәй. Улар юҡҡа сыҡҡанды тергеҙеп, яңынан кейендерә.93-сө йылының юлынан бара Салауат театры. Кескәй генә һуҡмаҡтан оло, хатта федераль магистралдәрҙән елгән коллективтың уңыштары һанап бөткөһөҙ булһа ла, улар был хаҡта өндәшмәүҙе хуп күрә. Салауат та батырлығы менән маҡтанмаған, ул халҡына хеҙмәт иткән. Шуға ла Салауат театры Салауат театры булып ҡалырға тейеш. Батыр алдынан башҡа исем кәрәкмәй, ти ижади труппа.
Салауат башҡорт дәүләт драма театры үҙенең тыуған көнөн билдәләй
Салауат башҡорт дәүләт драма театры үҙенең тыуған көнөн билдәләй