МХО-ла ҡатнашыусыларҙың балаларын бушлай ашата башлайҙар

МХО-ла ҡатнашыусыларҙың балаларын бушлай ашата башлайҙар

Башҡортостан мәктәптәрендә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың балаларын көнөнә ике тапҡыр бушлай ашата башлайҙар. Быға тиклем ошо ҡатламға ҡараған уҡыусылар, нисәнсе сменала уҡыуына ҡарап, көнөнә бер тапҡыр ғына бушлай иртәнге йәки төшкө аш ашай ала ине. Республиканың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министлығынан хәбәр итеүҙәренсә, әле махсус операцияла ҡатнашыусыларҙың ете меңдән ашыу балаһы балалар баҡсаһына бушлай йөрөй, 10 меңдән күберәк уҡыусы һәм колледж студенты бушлай ҡайнар аш менән тәьмин ителә, 5 меңдән ашыу бала ҡала ситендәге лагерҙарҙа ял иткән, алты меңдән ашыуы дөйөм белем биреү учреждениеларында түңәрәктәргә бушлай йөрөй.