Улар асыҡ күк йөҙө һәм хәүефһеҙ коридор тәьмин итә

Улар асыҡ күк йөҙө һәм хәүефһеҙ коридор тәьмин итә

"Башҡортостан" мотоуҡсылар полкының күптән түгел генә барлыҡҡа килгән радиоэлектрон көрәш ротаһы нацистарҙы тар-мар итеүҙә ҙур роль уйнай. Бронетехника, штурм төркөмдәре алғы һыҙыҡҡа үтеп инһен өсөн, яугирҙар һауаны дошман дрондарынан таҙарта. Шулай уҡ үҙебеҙҙең позицияларҙы ла һаҡта тота. Луганск халыҡ республикаһында Ҡыҙыл Лиман йүнәлешендә эшләүсе яҡташтарыбыҙ тураһында Айнур Кәбиров репортажы. Яугирҙар ялда ла ҡул ҡаушырып ултырмай. "Удав" ҡушаматлы яугир һауала осҡан ҡоштарҙы, рация, хатта телефондарҙы үҙебеҙҙекеләр һәм ҡаршы яҡҡа айыра, координаталарын асыҡлай. Анализатор радио ярҙамында эшләүсе бар техниканың да тулҡындарын асыҡлай. Радиоэлектрон көрәш төркөмө яугирҙары һөжүмгә барыусы пехота һәм техникаға юл аса. РЭб саралары янында дошман "Ҡоштары" эҙ юғалта йәки бөтөнләй ҡолап төшә. Баҫыусы сигналдарҙан шаңҡыған дрондарҙы автоматтан йәки һунар мылтығынан бәреп төшөрөү күпкә еңелерәк. Ошо рәүешле яуҙаштарға хәүефһеҙ көмбәҙ тәьмин итәбеҙ, ти "Абдул" ҡушаматлы яугир. Әлбиттә ҡаршы яҡ та радиоэлектрон көрәш алып бара. Тулҡындарҙы, техника урынлашҡан ерҙе алмаштыра. Бындай алышта сит ител ҡулланыу ҙа отошло, ти яугирҙар. Бәлки шуғалыр ҙа ротала башлыса Саҡмағош егеттәре хеҙмәт итә.Радиоэлектрон көрәш төркөмө күптән түгел ойошторолһа ла һөҙөмтәлелеген иҫбатлап өлгөргән. Көнөн генә улар тиҫтәләгән ҡоштар төшөрә. Һәр юҡ ителгән дрон, кәм тигәндә, бер кешенең ҡотҡарылған ғүмере.