Йорт хайуандарын стерилизациялау һәм чип ҡуйыу хәҙер мотлаҡ талаптарҙың береһе

Йорт хайуандарын стерилизациялау һәм чип ҡуйыу хәҙер мотлаҡ талаптарҙың береһе

Яңы ҡанун урамда бесәй-эттәрҙе ташлап киткән вайымһыҙ хужаларҙы яуапҡа тарттырырға тейеш. Ундай осраҡтар бихисап һәм берәҙәк йәнлектәр менән махсус хеҙмәттәр булыша. Ошо хаҡта сираттағы репортаж.Ҡармасан ауылының йәнлектәрҙе ваҡытлыса тотоу пунктына берәҙәк хайуандар тураһында мәғлүмәт йыш килә. Һәр бер мөрәжәғәт буйынса махсус төркөм ебәрелә. Халыҡ ағастан төшә алмаған яңғыҙ бесәй, урамда кешегә ябырылған эт тураһында хәбәр итә. Был юлы хужалы эт эләкте. Йорт хайуаны йыуаш булһа ла, уны махсус хеҙмәттәр тоторға тейеш. Хайуандар урамда ҡарауһыҙ йөрөргә тейеш түгел.Бында йәнлектәрҙе ветеринар ҡарай. Тап ул хайуандың енесен, йәшен билдәләй һәм ҡотороу сиренән прививка эшләй. Кәрәк булһа зарарлы бөжәктәрҙән тиреһен эшкәртә. Йыш ҡына юғалған йәнлектәрҙең хужалары ла табыла. Улар йә үҙҙәре урамға сығып китеп, йә төрлө тауыштан ҡурҡып ҡаса һәм аҙашып ҡала. Мәҫәлән, ошондай хәл Динара Әминева менән булған. Ҡатын эт күршенеке булһа ла, үҙем тәрбиәләйем, тип билдәләй.Белгестәр әйтеүенсә, йәмәғәт урындарында йорт хайуандары ҡарауһыҙ йөрөргә тейеш түгел. Бының өсөн яуаплылыҡ ҡаралған — 2 меңдән 4 мең һумғаса штраф. Күпселек йәнлектәр хужалары ташлап китеүе арҡаһында урамда ҡала. Ошондай осраҡтарҙы кәметеү маҡсатында Башҡортостанда закон проекты әҙерләнә.Бесәй һәм эт махсус һан менән билдәләнә. Унда ҡушаматы, тоҡомо, яһалған прививкалар, хужаһының исеме һәм йәшәгән урыны тураһында мәғлүмәт бар.Ә бына берәҙәк хайуандарға бирка тағалар. Ҡолағындағы билдә уның стерилизацияланғаны, прививка яһалғаны һәм төрлө бөжәктәрҙән эшкәртелгәне һәм йәмәғәт урынына сығарылғаны хаҡында иҫкәртә. Биркала махсус номер базаға индерелгән һәм күҙәтелеп бара. Ҡайһы бер йәнлектәр киренән сығарылмай. Уларҙы ирекмәндәр тәрбиәләргә ярҙам итә. Әле йәнлектәрҙе ваҡытлыса урынлаштырыу үҙәгәндә 150 самаһы эт һәм бесәй иҫәпләнә. Был Өфө районында ғына. Яңы ҡанун үҙ көсөнә инеү менән берәҙәк йәнлектәр һаны кәмер, тип ышана, парламент вәкилдәре.