Яныбай Хамматовтың тыуыуына 100 йыл тулыуҙы билдәләү сағыу ваҡиғаға әйләнәсәк

Яныбай Хамматовтың тыуыуына 100 йыл тулыуҙы билдәләү сағыу ваҡиғаға әйләнәсәк

Билдәле яҙыусы Яныбай Хамматовтың тыуыуына 100 йыл тулыуҙы билдәләү йылдың иң сағыу ваҡмғаһына әйләнәсәк. Республика башлығы ошо туралағы указға ҡул ҡуйҙы. Яҙыусының тормош һәм ижад юлына арнап Әхмәт Зәки Вәлиди исемендәге милли китапханала “Башҡортостан тарихы йырсыһы” тигән китап һәм виртуаль күргәҙмә асыла. Милли әҙәбиәт музейында ла яҙыусының әҫәрҙәренән торған күргәҙмә әҙерләнә. Һуңынан ул Белорет районында ла эшләйәсәк. Милли әҙәбиәт музейында шулай уҡ уҡыусылар өсөн музей дәресе лә булдырыла. Февраль урталарында Өфөлә Яныбай Хамматовтың тормошо һәм ижадына арнап түңәрәк өҫтәл үткәреү, яҙыусы төшөрөлгән конверттар сығарыу ҡарала. Быйыл үтәсәк “Китап-байрамдың” эшлекле өлөшө Яныбай Хамматовтың юбилейына арналасаҡ. Республика мәктәптәрендә лә яҙыусы иҫтәлегенә фәнни-ғәмәли конференциялар ойошторола. Белоретта Яныбай Хамматов гимназияһында музей-кабинет асыла, гимназия алдында Яныбай Хамматовға бюст та ҡуйыласаҡ. Яҙыусының пенталогияһын берҙәм стилдә нәшер итеү ҡарала.