Белоретҡа “Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы” статусы бирелеүе ихтимал

Белоретҡа “Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы” статусы бирелеүе ихтимал

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбирво тиҙҙән федераль етәкселеккә мөрәжәғәт менән сығасаҡ. Был документ республиканың йәнә бер ҡалаһына “хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы” статусын биреүгә бәйле. Ошо турала Хөкүмәттең оператив ултырышвнда әйтелде. Кәңәшмәлә ҡаралған мәсьәләләр тураһында хәбәрсебеҙ Ғәлимйән Ибәтуллин. Башҡортостан умартасылары яңы маҡсаттар билдәләй. Хәҙер республика ҡортсолары 2 йылға бер тапҡыр үҙ кәңәшмәһен уҙғарасаҡ. Ошо туралағы ҡарар Өфөлә уҙған “Апиглобал” форумында ҡабул ителгәйне. Халыҡ кәсебе менән шөғөлләнгән йүнселдәр теләген төбәк етәкселеге лә хуплай. Ҡулланыусылар бал етештереү өлкәһе генә түгел, ә көндәлек тормоштоң да яҡшырыуын һыҙыҡ өҫтөнә ала. Радий Хәбировтың тағы бер тәҡдиме иғтибарға лайыҡ. Башҡортостан башлығы республика мәктәптәренең география уҡытыусылары форумын уҙғарыу кәрәклеген белдерҙе. География уҡытыусылары тыуған төбәк, ил тураһында һөйләһә, йәш йүнселдәрҙең дә етәкселеккә әйтер һүҙе юҡ түгел. Радий Хәбиров эшҡыуарҙар менән муниципаль хәкимиәттәр араһында аңлашылмаусанлыҡ килеп тыуыуына аптырашта. Сәбәбе — район-ҡалалар йәш эшҡыуарҙарға ер бүлергә теләмәй. Башҡортостанда “Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалалары” исемлегенә йәнә бер ҡаланың өҫтәлеүе ихтимал. Хәҙер Белоретҡа ошо статусты юллауҙы башлайҙар. Тәүге аҙым – төбәк парламентында айырым документты ҡабул итеү. Ә бына “Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы” исемен алған Ишембайҙа бөгөн “Алға” айырым иҡтисади зонаһы ла эшләй. Биләмәгә резиденттар йәлеп итеү, эш урындарын арттырыуға кәңәшмәлә ентекле баһа бирелде. Сәнәғәт, иҡтисад һәм инновациялар министры Александр Шельдяев билдәләүенсә, бөгөн күп проекттарҙы бойомға ашырыу мөмкинлектәре өйрәнелә. Шул уҡ ваҡытта, Рәсәйгә ҡарата ҡулланылған көнбайыш санкциялары “Алға” иҡтисади зонаһын тыныс ҡалдырмаған. Венгр капиталы булған проекттарҙы хәл итеүҙә ҡатмарлыҡтар күҙәтелә. Башҡортостан был мәсьәләгә тиҙ арала яуап табырға тейеш. “Алға” айырым иҡтисади зонаһында яңы майҙандарҙы үҙләштереү менән бер рәттән, инфраструктураны үҫтереүгә аҡса кәрәк. Ошо мәсьәлә юл сервисына ла хас. Башҡортостандың сауҙа һәм хеҙмәттәр күрһәтеү министры вазифаһын башҡарыусы Алексей Гусев инвесторҙарға тәҡдим ителгән биләмәләр һанын атаны. Бөгөнгә, республиканың “Ер банкында”ғы 367 биләмәлә юл сервисы комплекстарын төҙөү мөмкинлеге бар. Дүшәмбе кәңәшмәһенең хәҙер үҙ йолалары ла бар. Ғәҙәттә,кәңәшмәлә республиканың алдынғы предприятиелары тәжрибәһе миҫал итеп күрһәтелә. Был юлы иһә Башҡорт Дәүләт Медицина Университетын артабан үҫтереү ҡаралды. Радий Хәбиров иһә уҡыу йортона федераль шифаханаларҙы ҡушыу проектын ентекләп өйрәнергә саҡыра. Дүшәмбе кәңәшмәһендә оператив һандар ҙа яңғыраны. Профиль министрлыҡтар ковид таралыуы, юлдарҙа авариялар артыуын иҫкәртә.