Бөгөн Рәсәйҙә Хәрби дан көнө

Бөгөн Рәсәйҙә Хәрби дан көнө

1944 йылдың был көнөндә Ленинград ҡалаһы немец-фашист ғәскәрҙәре блокадаһынан тулыһынса азат ителә. Ленинград ҡулсаһы 1941 йылдың 8 сентябренән башлап, 872 көн дауам итә. Башҡортостанға блокадала ҡалған ҡаланан 8 меңдән артыҡ кеше эвакуацияланған. Дәүләт Йыйылыш – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев, ғәҙәттәгесә, тарихи көндә ҡамауҙы кисергәндәр һәм Башҡортостан төбәк йәмәғәт ойошмалары ағзалары менән осрашты. Бала хәтерендә иң ауыр мәлдәр ғүмерлеккә уйылған. Людмила Цареградская осрашыуға килгән йәш быуынға совет халҡының ҡаһарманлығы, үлем ҡулсаһында ҡалған ҡала халҡының кисерештәре хаҡында һөйләне. Осрашыуҙа «Ленинград балалары» документаль фильмынан өҙөк күрһәтелде, картинаның режиссеры Игорь Капитонов үҙенең кисерештәре менән уртаҡлашты.