Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, билдәле фоторәссам, ваҡытында республиканың рус драма театры директоры йөгөн тартҡан легендар шәхес. Шул уҡ ваҡытта бөйөк Ватан һуғышының бөтә михнәттәрен күргән һуғыш осоро балаһы ла ул. Һүҙ фотожурналист, йәмәғәт эшмәкәре Вячеслав Стрижевский тураһында. 85-се ғүмер байрамын ҡаршылаған хеҙмәттәшебеҙ менән беҙҙең ижади төркөм дә осрашты. Билдәле фотограф Вячеслав Стрижевский һуғыш осоро балаһы. Ҡаты һөжүм башланыу менән бер йәшлек малайҙы ағаһы һәм өсөнсөгә йөклө әсәһе менән Мәскәүҙән Башҡортостанға эвакуациялағандар. Бер йылдан атаһы Александр мәрхүм була. Башҡортостанда бер-ниндәй ярҙамһыҙ ҡалған бер туған малайҙарға һуғыштың әсеһен күп күрергә тура килә. Һуғышҡа үҙ мөнәсәбәте геройыбыҙҙың. Кешеләрҙең иң ауыр дәүерҙә лә көслө, сыҙам һәм берҙәм булыуҙары һоҡландыра уны.Һуғыш тамамланыу менән тормош һынауҙары туҡтамай. Әммә ауырлыҡтар, киреһенсә, егетте сыныҡтыра ғына.Вячеслав Стрижевскийҙың бөтә хеҙмәт юлы йәмәғәт эшмәкәрлеге менән тығыҙ бәйләнә. Һөнәре буйынса геолог булыуға ҡарамаҫтан, ул республиканың бик күп редакцияларында фотокорреспондент булып эшләй.Башта ҡала фотолабораторияһы, һуңынан телевидение, Ленинец гәзите , Киске Өфө, Башҡортостан ҡыҙы. Әммә фоторепортер һөнәре генә түгел, бөйөк кешеләр менән булған дуҫтарса мөнәсәбәт уның шәхес булып формалашыуына йоғонто яһаған. Вячеслав Стрижевский эштәре араһында һуғышҡа арналғандары мөһим урын биләй. 2015 йылда автор Груша, алмағастар сәскә атҡанда тип исемләнгән фотойыйынтыҡ баҫтыра. Уны фотограф ил азатлығы өсөн көрәшкән республика халҡы иҫтәлегенә арнай.Йыйынтыҡта осраҡлы кешеләр юҡ. Бында һуғыш һәм тыл ветерандары, еңеүҙе яҡынайтыуға бар көсөн һалған республика халҡы. Был, мәҫәлән, Ришат Исмәғилев фотоһы. Ул беренселәрҙән булып дошман ябырылыуына ҡаршы торған. Вячеслав Стрижевскийҙың ижад юлы фото менән генә сикләнмәй. 1983 йылда ул рус драма театрының етәксеһе итеп тәғәйенләнә. Һәм билдәле режиссер Михаил Рабинович менән “Эшелон” тип аталған легендар спектакль ҡуя.Вячеслав Стрижевский хеҙмәт дәүерендә меңәрләгән фото төшөрөлгән, тиҫтәләгән йыйынтыҡ әҙерләнгән. Иң ҡиммәте һәм йөрәккә яҡыны — 2015 йылда баҫылып сыҡҡан аш-һыу йыйынтығы, ти автор. Китапта республиканың иң оҫта ашнаҡсыларының милли ризыҡ рецепттары тупланған. Был китап Ил президентының шәхси китапханаһында ла урын алған.Вячеслав Стрижевский быйыл 85 йәшлек юбилейын ҡаршыланы. Яратҡан эшен ҡалдырмай фотограф. Әлеге ваҡытта ул Шорох дождя тип исемләнгән үҙенсәлекле күргәҙмә әҙерләй. Уны туплауға 3 йыл ваҡыт киткән. Үҙенсәлекле экспозиция 4 февраль рәссамдар союзының бәләкәй залында үҙ ишектәрен асасаҡ.
Вячеслав Стрижевскийға 85 йәш
Вячеслав Стрижевскийға 85 йәш