Башҡалабыҙҙың 450 йыллыҡ юбилейы йылында ҡаланың почетлы гражданы, легендар композитор Рим Хәсәнов яңы йыр яҙғайны. «Һулда Ҡариҙел, уңда Ағиҙел» йырының һүҙҙәрен дә композитор үҙе ижад иткән. Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы Светлана Атанғолова башҡарыуында яңғыраған йыр өфөләрҙең күңеленә хуш килгән. Социаль селтәрҙә яҙманы ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә ярты миллиондан ашыу кеше ҡараған.
Өфө тураһында яңы йыр
Өфө тураһында яңы йыр






