Башҡортостан халыҡтың тәңкәһенә үткән юлдарҙы ремонтлауға 6,5 миллиард һум йүнәлтә

Башҡортостан халыҡтың тәңкәһенә үткән юлдарҙы ремонтлауға 6,5 миллиард һум йүнәлтә

Быйыл Башҡортостанда 244 саҡрымдан ашыу “таушалған” юл ремонтланасаҡ.

Был хаҡта Радий Хәбиров етәкселегендә уҙған «Транспорт сәғәте»ндә билдәле булды. Ошо маҡсатҡа 6,5 миллиард һумдан ашыу йүнәлтелә. Программаның иң ҙур объекттары иҫәбендә — Баймаҡ һәм Хәйбулла райондарында Сибай-Аҡъяр трассаһы. Шулай уҡ республикала ҡабул ителгән программаға баҡсасылыҡ ширҡәттәренә илткән юлдар ҙа индерелгән. Транспорт сәғәтендә шулай уҡ Стәрлетамаҡта Ағиҙел аша күперҙе реконструкциялау барышы ла тикшерелде. Көн тәртибендәге тағы ла бер мәсьәлә — баш ҡала автобустарын аудиотапшырғыстар менән йыһазландырыу, улар һуҡыр пассажирҙарға трганспортта йөрөүҙе еңелләштерә. Тәүге бындай ҡорамал 110-сы маршрутҡа ҡуйыла.