Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһы сифат өлкәһендә Рәсәй Хөкүмәте премияһына лайыҡ булды

Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһы сифат өлкәһендә Рәсәй Хөкүмәте премияһына лайыҡ булды

Был яңылыҡ менән Радий Хәбиров үҙенең телегра-каналында уртаҡлашты. Премия йыл һайын продукцияның һәм хеҙмәттәрҙең сифаты өлкәһендә һиҙелерлек һөҙөмтәләргә өлгәшкән, уларҙың хәүефһеҙлеген тәьмин иткән ойошмаларға тапшырыла, тип билдәләне республика Башлығы. Республика клиник дауаханаһы ысынлап та Башҡортостандың иң яҡшы медицина учреждениеларының береһе булып тора. Бында ашығыс, планға ярашлы, махсуслаштырылған, шул иҫәптән юғары технологиялы ярҙам күрһәтелә. Уникаль операциялар эшләнә. Төбәк етәксеһе дауахана коллективын юғары наградаһы менән ҡотланы һәм Республика клиник дауаханаһы янында яңы поликлиника төҙөлөүен хәтергә төшөрҙө, ул киләһе йылда файҙаланыуға тапшырыла.