Һайрандар “Хәбиров ағай”ҙы яҡты хәтирәләр менән иҫкә ала

Һайрандар “Хәбиров ағай”ҙы яҡты хәтирәләр менән иҫкә ала

РСФСР-ҙың һәм БАССР-ҙың атҡаҙанған һөнәри техник белем биреү уҡытыусыһы, Луначарский исемендәге премия лауреаты Фәрит Хәбировтың тыуыуына 95 йыл. Ишембай мәғарифы үҫешенә ҙур өлөш индергән Фәрит Барый улы райондың Һайран ауылында яңы мәктәп тә төҙөтә. Тиҫтә йылдар үтһә лә, “Хәбиров ағай” һәм уның атайсалына ярҙамы тураһындағы хәтирәре урындағы халыҡ ҡәҙерләп һаҡлай.

Йылдар дауамында туған телгә һөйөү тәрбиәләй Һайран мөғәллимдәре уҡысыларҙа. Балаларҙа ла “атайсалға ихтирам”-, тигән төшөнсә ят түгел. Уҡытыусылар тәрбиәһе, уларҙың өлгөһө киләсәк быуында асыҡ сағыла. Үҫмерҙәрҙең бер ҡулында ҡәләм, икенсеһендә - ҡурай.

Һайран мәктәбенең данлы тарихы быуатҡа яҡынлай. 1830-сы йылда мәсет нигеҙендә асылған мәҙрәсә 1937-се йылда 7 йыллыҡ белем үҙәгенә әйләнә. Тиҫтәгә яҡын ауылға мәғариф усағы ла тап ошонда тоҡана. Хатта Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында ла үҙ эшен, мәғрифәтте үҫтереүҙе туҡтатмай Һайран остаздары. Ә 1967-се йыл урындғы мәктәп яҙмаһында яңы бит аса.

“Папкалы башҡорт”. Фәрит Барый улы Хәбировҡа заманында ошондай исем дә бирергә кәрәк булғандыр. Ауыл уҡытыусыһы ауырлыҡ, ҡаршылыҡтарҙан ҡурҡмайынса ул саҡта БАССР-ҙың мәғариф министры Фатима Мостафинаға тура мөрәжәғәт итә. Ҙур етәксене ҡулынан тотоп тигәндәй Һайранға алып ҡайтып, мәктәптең ниндәй хәлдә булғанын күрһәтә. 550 баланың ағас бинала белем алғанын урында таныштырып, яңы мәктәп һалдырыуға өлгәшә Һайран директоры Фәрит Хәбиров.

Бер-нисә ай эсендә капиталь обьект һалыу хәҙер ҙә ҡатмарлы. Ә ул саҡта мәктәп төҙөүҙә тотош ауыл ҡатнашыуын һаман иҫләй Һайран халҡы. Һайранды ғына түгел, ә тотош районда хайран иткән директорҙы уҡытыусылар ҙа, уҡыусылар ҙа хөрмәтләп “Хәбиров ағай” тип йөрөтә. Был ҡурҡыу, өркөү түгел. Сөнки “Хәбиров ағайҙың” ҡулынан бар эш килә. Яңы мәктәпте уҡытыусылар менән тәьмин итергә тырыша Фәрит Барый улы.

Һайран мәктәбендә бөгөн уҡыусылар һаны 40 самаһы. Шуныһы ҡыҙыҡлы, белем усағына сит ауылдарҙан килеүсе балалар ҙа бар. Үҙ ауылдарында мәктәп булһа ла, улар ниңәлер Һайранды өҫтөн күрә. Бәлки, Фәрит Барый улы Хәбиров ошондай үҙгәрештәрҙе алдан күрә белгәндер, ти етәкселек.

Ауыл ерен үҫтереүме, ҡалаларға ярҙам итеүме, был йәһәттәге һәр бер аҙым сатраш уйынындағы кеүек, алдан уйлап эш итеүгә ҡоролған. Һайрандың бөгөнгө соцаль хәле лә көслөләр ҡулында. Ауылда асылған фельдшер-акушерлыҡ пунктына хәҙер 6 йыл самаһы халыҡҡа хеҙмәт итә. Көндәлек процедураларҙан тыш, ҙур дауаханаларға ла йүнәлтмәләр алырға мөмкин бында. Фельдшер Лариса Абдуллина әйтеүенсә, урындағы халыҡ өсөн пункт тотош клиникаға торошло.

Һайрандағы янғын һүндереү бүлеген төҙөү Башҡортостан башлығы Радий Хәбировтың шәхсән тәҡдиме. Янғын һүндереүселәр иһә 20-гә яҡын ауылдың именлеген тәүлек әйләнәһенә тәьмин итә.

Тиҙҙән Һайран янғын һүндереү идаралығына яңы машина ҡайтарыла. КАМАЗ автомобилен көтә урындағы ҡотҡарыусылар. Ә Фәрит Барый улы Хәбиров төҙөткән мәктәпкә “Газель” тапшырырға тейештәр. Был хаҡтағы мәғлүмәтте Һайрандар күптән белә. Атаһы Фәрит Барый улына оҡшаш ти, Радий Фәрит улы тураһында Мәрйәм Иҫәнова. Фәрит Барый улы ла “атайсалым” тип йөрөгән директор булды, ти мәғариф ветераны.

Һин ҙур етәксеме, ябай һөнәр эйәһеме – атайсалың өсөн был мөһим түгел. Тыуған ерең өсөн иң мөһиме – һинең уны онотмауыңда. Һайранда йәшәүселәр, ошо ауылда тыуып, башҡа ерҙә тормош көткәндәр ошо фекерҙә.