Бөгөн Өфөлә Рәсәйҙең генераль прокуроры урынбаҫары Николай Шишкин рәйеслегендә Башҡортостан прокуратураһының 2024 йылғы эш йомғаҡтары буйынса киңәйтелгән ултырыш үтте. Коллегияла республика етәксеһе Радий Хәбиров та ҡатнашты.
Башҡортостан Башлығы прокуратура хеҙмәткәрҙәренә йөкмәтелгән бурыстарына тоғро ҡалып, эштәрен юғары кимәлдә башҡарыуҙары өсөн рәхмәт белдерҙе. Ппрокуратура хеҙмәткәрҙәре Махсус харби операцияла катнашыусыларҙың хоҡуҡтарын яҡлауҙа ла һөҙөмтәле эш алып бара. 39 яугирҙең хоҡуҡтары тергеҙелгән һәм был эш әле лә дауам итә, тине төбәк етәксеһе. Ер аҫты байлыҡтарын тәләфләүселәр менән көрәштә лә һөҙөмтәләр яҡшы.
Күҙәтеү органдары граждандарҙың социаль, хеҙмәт, торлаҡ хоҡуҡтарын яҡлау буйынса башҡарған эш һөҙөмтәләре барланды коллегия ултырышында.






