Илһөйәрлек йәштән тәрбиәләнә

Илһөйәрлек йәштән тәрбиәләнә

Өфө медицина колледжында „махсус хәрби операциялағы яҡташтарыбыҙға ярҙам итеү„ йылына арналған сара үтте.

Студенттар менән халҡыбыҙҙың легендар батыры — Миңлеғәле Минһажетдин улы Шайморатовтың туғаны, запастағы подполковник, М.Шайморатов исемендәге хәйриә фонды директоры – Марат Ғәҙелшин осрашты. Ватанды һаҡлаусылар йылына ярашлы республиканың уҡыу йорттарында бик күп саралар, дәрестәр үткәрелә. Бындай осрашыуҙар йәш быуында илһөйәрлек тойғоһон тәрбиәләргә ярҙам итә.