Роспотребнадзор хәбәр итеүенсә, бер аҙнала ғына киҫкен респиратор вируслы инфекция менән ауырыусылар уҙған аҙнаға ҡарағанда 13 процентҡа күберәк теркәлгән. Шуға бәйле илдең 22 төбәгендә 48 мәктәп һәм 11 субъектында мәктәпкәсә белем биреүсе 23 учреждение эшләмәй. Башҡортостанда уҙған аҙнала ауырыу йоҡтороуҙың 18 мең осрағы теркәлгән. Ауырыусыларҙың 46 проценты балалар. Республиканың санитар ведомствоһы мәғлүмәттәренә ярашлы, бер аҙнала сирләү осраҡтары 73 процентҡа артҡан.
Рәсәйҙә грипп һәм ОРВИ менән ауырыусылар арта
Рәсәйҙә грипп һәм ОРВИ менән ауырыусылар арта






